

Ошо хаҡта хәбәр итәләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство белгестәре ЕАЭС, БДБ, Ҡытай, Сербия илдәренә һатылған ҡоро һөт, киптерелгән ҡымыҙ һәм башҡа һөт ризыҡтарының 916 партияһын тикшергән. Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға дөйөм күләме 5630 тонна тәшкил иткән 853 партия ҡымыҙ оҙатылған. Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм Әрмәнстанға дөйөм күләме 519 тонна тәшкил иткән 27 партия ҡоро һөт һәм киптерелгән ҡымыҙ оҙатылған. Ҡытайға һәм Сербияға 593 тонналыҡ 36 партия һөт ризыҡтары һатылған.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортмилли проектына ингән “Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау” федераль проектына ярашлы, 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы 2021 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 1,5 тапҡырға арттырыу планлаштырыла, Һөөҙөмтәлә ауыл хужалығы экспорты күләме (номиналь хаҡтарҙа) 55,2 миллиард доллар тәшкил итәсәк. Сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһы һатыуҙы арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бурыстарының береһе.