

Үзбәкстан делегацияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Делегацияға. Көн тәртибендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләһн тикшерелде.
Башҡортостан Башлығы, сауҙа-иҡтисад бәйләнеш ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә мөһим аҙым, тип белдерҙе.
– Үзбәкстан – беҙҙең стратегик партнерҙарҙың береһе. Хеҙмәттәшлек осоронда беҙ 14 төбәк-ара һәм ведомство-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Ташкентта даими вәкиллек астыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер беҙҙең алдағы эш – 2024 – 2026 йылдарға Башҡортостан һәм Үзбәкстандың сауҙа-иҡтисад хеҙмәттәшлегенең юл картаһын төҙөү. Сараларҙың ҡайһыларын тормошҡа ашырғанбыҙ, ә бер өлөшөн башҡарырға кәрәк. Был документтың яңыртылған редакцияһын әҙерләйбеҙ.
Олимжон Абдуллаев Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең уңышлы барыуын һәм берлектәге проекттарҙың юғары потенциалын билдәләне.
– Беҙҙең мөнәсәбәттәр – күптән килгән тарих, һәм ул тышҡы йоғонтоға бирешмәне. Беҙҙең традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр, мәҙәниәт, дин бик оҡшаш. Үзбәкстан эҙмә-эҙлекле рәүештә тәртипкә һалынған, хәүефһеҙ һәм көйләнеүсе миграция өсөн сығыш яһай. Беҙ ватандаштарыбыҙҙы легаль рәүештә эшкә урынлаштырыу өсөн Башҡортостанда тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалайбыҙ. Был осрашыу ике яҡлы мөнәсәбәттәргә өҫтәмә импульс бирер һәм хеҙмәттәшлек өсөн яңы офоҡтар асыр, тип ышанам, – тине Олимжан Абдуллаев.
Ике республика араһында бәйләнеҫштәрҙе нығытыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостан Башлығы сайты.