

Бүленгән ер участкаһы «төҙөлөш сәнәғәте» рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө менән «торлаҡ пункттары ерҙәре» категорияһына ҡарай. Унда «тимер-бетон изделиелар етештереү буйынса цех төҙөү» өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Проекттың хаҡы 59 миллион һумға баһалана.
Бойороҡ проекттың бүленгән ер участкаһы өсөн билдәләнгән сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып тормошҡа ашырыласағын асыҡлай.
Яңы етештереү цехына е участкаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә бүленгән.