Иҡтисад
25 Июль 2025, 05:30

Йомғаҡтар һәм пландар

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында һуңғы йылдарҙа элемтә инфраструктураһын үҫтереү йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландар иғлан ителде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йомғаҡтар һәм пландарЙомғаҡтар һәм пландар
Йомғаҡтар һәм пландар

 “Һанлы иҡтисад” милли программаһы йомғаҡтары буйынса республика ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгән. Уның сиктәрендә ике миллиард һум федераль средство йәлеп ителгән. Интернет селтәренә өс меңдән ашыу социаль әһәмиәтле объект тоташтырылған. Быйыл старт алған “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы үҙгәртеү” милли алдыпроекты сиктәрендә өс төбәк проектын тормошҡа ашырыу плагнлаштырыла.

Һуңғы биш йылда интернет-трафик ҡулланыу ике тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта классик телефон шылтыратыуҙары өлөшө кәмей, элемтә мессенджерҙар аша башҡарыла. Абоненттарҙың уңайлылығын тәьмин итеү өсөн юғары тиҙлекле мәғлүмәттәр тапшырыу, база станцияларын яңыртыу һәм 4G (LTE) стандарты буйынса яңы станциялар төҙөү өсөн ҡорамалдар кәрәк. Уҙған йылда база станциялары һаны 12,5 меңдән 15,6 меңгә тиклем артҡан. 4G стандарты буйынса база станциялары 8,2 процентҡа артҡан, улар дөйөм һандың яртыһынан ашыуыраҡ.

 – Республикала бәләкәй тораҡ пункттарҙа база станцияларын урынлаштырыу буйынса “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” проекты тормошҡа ашырыла. Исемлеккә 1200-ҙән ашыу ауыл ингән. Йыл һайын элемтә объекттары төҙөлөшөнөң өҫтөнлөклө нөктәләрен билдәләү өсөн тауыш биреү ойошторабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Программа сиктәрендә 292 тораҡ пунктта база станциялары эшләй башлаған да инде. Быйыл 26 станция эшләй башлаған, йыл аҙағына уларҙы тағы ла 61 тораҡ пунктта эшләтеп ебәрәсәктәр. Былтыр шулай уҡ оптик элемтә линияларын төҙөү һәм киң һыҙатлы сымлы интернетҡа тоташыу буйынса “Асыҡ интернет 2.0” проекты тормошҡа ашырылған. Бындай мөмкинлек 24 ауылда алты мең йорт хужалығында барлыҡҡа килгән. 2,1 мең йорт хужалығы тоташтырылған да инде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас