Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2025, 11:10

Беларусь менән мәктәп туризмы программаһы булдырыла

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Беларусь менән мәктәп туризмы программаһы булдырыла
Беларусь менән мәктәп туризмы программаһы булдырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, "Берҙәмлек көсө" профилле сменаһы — ошо йүнәлештәге тәүге ҡарлуғастарҙың береһе.

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында ата-әсәләре Минск автомобиль заводында эшләгән 20 уҡыусы ял итә. Тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, аш-һыуыбыҙ менән таныша, иҫтәлекле урындарға бара, илһөйәрлек сараларында ҡатнаша.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, ошо көндәрҙә Башҡортостандан 20 уҡыусы Белоруссияға килде. Улар араһында – олимпиада, конкурс, конференция призерҙары һәм еңеүселәре, йәштәр хәрәкәттәре активистары. Улар МАЗ ҡарамағындағы балалар лагерында ял итә. Бай программа әҙерләнгән, шул иҫәптән автозаводҡа, «Хатынь», «Дан ҡурғаны», «Сталин линияһы» мемориаль комплекстарына, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейына һәм башҡа бик күп объекттарға барыу ҡаралған.

 «Ошо илгә барып ҡайтыуҙы мин патриотик тәрбиә биреүҙең мөһим өлөшө тип иҫәпләйем. Әлеге башланғыс өсөн Рәсәйҙең Белоруссиялағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климинға, Минск автомобиль заводының генераль директоры Валерий Иванковичҡа һәм үҙебеҙҙең Мәғариф министрлығына рәхмәт белдерәм», — ти Радий Хәбиров.

Был эштәр “Туризм и ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас