Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2025, 12:30

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Асҡарҙа яңы сауҙа комплексы асыласаҡ

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Сибайҙа VII «Урал Аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә 30 миллион һум күләмендә сауҙа өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, «Башмаркет» ЯСЙ-һы Һәм Әбйәлил районы хакимиәте араһында төҙөлгән.

— Яңы объект Асҡар ауылы халҡына сифатлы тауарҙар алыу һәм хеҙмәттәр менән ҡулланыу мөмкинлегенән тыш, мөһим социаль үҙәккә әүереләсәк, эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит һәм яңы эш урындары булдырасаҡ, - тип һөйләне Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Василий Таболин.

Дөйөм майҙаны 960 квадрат метрлыҡ яңы күп функциялы комплекс кафе һәм сауҙа майҙандарын үҙ эсенә аласаҡ. Объект Әбйәлил районының Асҡар ауылында урынлашасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2025 йылдан 2030 йылға тиклемге осорға планлаштырылған.

Билдәләп үтәйек, проект Башҡортостан Республикаһының Инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас