Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь 2025, 07:05

Туңдырма һатыу артҡан

Башҡортостан йыл башынан алып 100 мең долларлыҡ туңдырма сит илдәргә оҙатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 46 процентҡа күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты

Туңдырма һатыу артҡан
Туңдырма һатыу артҡан

Башҡортостан продуктын иң күп һатып алыусы-Ҡаҙағстан Республикаһы.

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе булып тора.

 “Агроэкспорт» мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй ағымдағы йылдың ете айында 47 миллион долларҙан ашыу туңдырма экспортлаған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 37 процентҡа күберәк. Туңдырманы иң күп һатып алыусылар булып Ҡаҙағстан, Белоруссия, Үзбәкстан, Монголия, Абхазия тора.

Дөөйм алғанда, Башҡортостан 5 йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһы экспортлауҙы өс тапҡырға арттырған.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас