Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2025, 07:10

Асҡарҙа туҡталыш павильоны буласаҡ

Г. Ш. Рамаҙанова шәхси предприятиеһы вәкиле Ринат Рамазанов район хакимиәтендә үткән инвестиция  сәғәтендә комиссия иғтибарына Асҡар ауылында күп функциялы туҡталыш комплексы проектын тәҡдим итте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Асҡарҙа туҡталыш павильоны буласаҡ
Асҡарҙа туҡталыш павильоны буласаҡ

Был проект, комиссия ағзаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки бәҙрәфтәре, буфеты, магазины булған павильон әлеге автобустар туҡталышы урынында, баҙар янында ҡуйыу күҙаллана. Халыҡ ағымы өҙөлмәгән урында бәҙрәф бөгөн кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән мәсьәлә. Р. Рамазановтың идеяһын барыһы ла күтәреп алды, тик уны бойомға ашырыу өсөн эшҡыуарға ер участкаһы талап ителә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” милли проект сиктәрендә эшҡыуарға  ярҙам вәғәҙә ителде.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас