Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Октябрь 2025, 15:30

Он экспорты артҡан

Башҡортостан Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Үҙбәкстан һәм Төркмәнстан илдәренә он экспорты ике тапҡырға артҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Он экспорты артҡан
Он экспорты артҡан

Башҡортостандан 9 ай йомғаҡтары буйынса элекке СССР республикаһында 21,4 мең тоннанан ашыу бойҙай һәм арыш оно һатылған, тип хәбәр итә  Россельхознадзор ҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли  проекты бурыстарының береһе булып тора.

Төбәктән иген эшкәртеү продукцияһы экспорты күләме йыл башынан ике тапҡырға тиерлек артҡан: былтыр ошо уҡ осорҙа республиканың он етештереү предприятиелары сит илгә 12,5 мең тонна самаһы бойҙай һәм арыш оно оҙатҡан. Башҡортостан продукцияһын традицион һатып алыусылар булып Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Үҙбәкстан һәм Төркмәнстан ҡала.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас