Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2025, 14:45

Экспорт артҡан

Башҡортостан 428 мең тонна агросәнәғәт продукцияһы оҙатҡан.

Экспорт артҡан
Экспорт артҡан

Йыл башынан алып аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү индексы 122 процентҡа еткән. Рәсәйҙә был күрһәткес уртаса 99 процентҡа тиң. Ҡаҙаныштар менән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тармаҡ министры урынбаҫары таныштырҙы. Был өлкәлә етештереү күләмдәренең артыуы экспортҡа сығыу мөмкинлеге лә бирә. Ун айҙа Башҡортостандан тышҡы баҙарға 428 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған. Республика донъяның 31 иленә төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлекте оҙата.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас