Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь 2025, 09:30

Ҡытайға 12,64 мең тонна рапс майы оҙатылған

10 ай эсендә Башҡортостандан Ҡытайға 12,64 мең тонна рапс майы экспортланған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡытайға 12,64 мең тонна рапс майы оҙатылған
Ҡытайға 12,64 мең тонна рапс майы оҙатылған

Дөйөм алғанда, был 586 партия. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда Ҡытай Халыҡ Республикаһына 8,56 мең тоннаға күберәк продукция һатылған — үҫеш 47 процент тәшкил иткән.

 Ҡытайға рапс майы һатыу дауам итә. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас