Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2025, 07:05

Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк

Үзбәкстан Республикаһының Наманган өлкәһе инвесторҙары Башҡортостандың Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарында 500 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алып, унда картуф һәм йәшелсә-емеш үҫтерергә ниәтләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк
Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостанда картуф үҫтерәсәк

Сәсеү майҙандарын ҡарауҙы үҙ эсенә алған Үзбәкстан эшҡыуарҙарының сәфәре аныҡ килешеүҙәр менән тамамланды. Ғинуарҙа уҡ республикаға юридик шәхесте теркәү өсөн эшсе төркөм киләсәк. Башҡортостан үҙ яғынан компанияны асыуҙың тиҙләтелгән процедураһына булышлыҡ итәсәк.

 — Ҡуртым буйынса килешеүҙәр - Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында ныҡлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәренең практик һөҙөмтәһе ул. Был ҙур инвестиция проекты аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытасаҡ ҡына түгел, ә яңы эш урындары булдырасаҡ, республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул бирәсәк. Үзбәкстан республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә 4,4 процент өлөш менән етенсе урынды тотороҡло биләй, - ти Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Хеҙмәттәшлек «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас