Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2025, 09:50

Республика алдынғы төбәктәр рәтендә

Башҡортостанда иҡтисади үҫеш бара

Республика алдынғы төбәктәр рәтендә
Республика алдынғы төбәктәр рәтендә

 Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге әҙерләгән ҡулланыусылар ихтыяжы рейтингында республика өсөнсө урынды алды. «2025 йылдың ғинуар – сентябрендә Рәсәй төбәктәрендә ҡулланыусылар ихтыяжы: тенденциялар һәм проблемалар» доклады илдең субъекттарында иҡтисади хәлгә анализ яһаны. Рейтинг лидерҙары —Татарстан, Ростов өлкәһе һәм Башҡортостан тип хәбәр итте үҙәк етәксеһе Илья Гращенков.

РФ хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов:

— Юғары күрһәткестәргә ике фактор — халыҡтың килеме тотороҡлоғо һәм тауарҙар, хеҙмәттәрҙең ҡулайлылығы һөҙөмтәһендә өлгәшергә мөмкин. Был шарттар лидер төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бар. Республиканың сауҙа инфраструктураһы реформалар йылдарында ныҡлы үҫешкән, магазиндар һәм селтәрҙәр араһында конкуренция юғары. Был тауарҙарҙың арзанлығына һәм хаҡтарҙың түбәнәйеүенә булышлыҡ итә. Үҙәк докладына ярашлы, Башҡортостанда юл буйы сервисы сифатын яҡшыртыуға, склад һәм логистик инфраструктураны киңәйтеүгә, шулай уҡ бәләкәй сауҙа нөктәләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән үҫеш стратегияһы тормошҡа ашырыла. Бындай сәйәсәт операторҙарҙың һатып алыусыға мөмкин тиклем, шул иҫәптән ауыл райондарында ла яҡыныраҡ булырға ынтылыуына булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, Башҡортостан интернет-сауҙа күләме буйынса илдең тәүге 10 төбәге иҫәбенә инә, ә Өфө-маркетплейстарҙа һатыу үҫеше буйынса тәүге 3 миллионлы ҡала иҫәбенә инә. Склад инфраструктураһын үҫтереү ҙур инвестиция проекттары менән тәьмин ителә. Баҙарҙағы юғары конкуренция хаҡтарҙы кәметеүгә, ә транспорт селтәрен нығытыу иҡтисади әүҙемлекте арттырыуға булышлыҡ итә.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас