Ултырышты асып, дәүләт башлығы ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Советының 25 йыллығы менән ҡотланы, фекер алышыусы темаларҙың мөһимлеген билдәләп үтте.
– Дәүләт Советындағы мәсьәләләр ил өсөн, граждандар өсөн гел яҡшы сифатлы, тәрән йөкмәткеле, актуаль, - тине Владимир Путин. - Алда торған бурыстарҙы уңышлы хәл итеү өсөн һеҙгә көс, энергия, һаулыҡ теләйем.
Рәсәй Президенты белдереүенсә, илдең иҡтисади әүҙем халҡы араһында мәшғүлдәр өлөшө 97,8 процентка еткән, ә эшһеҙлек 2,2 процентка кәмегән.
- 2022 йылдан башлап иҡтисадҡа өҫтәмә рәүештә 2,6 миллион кеше йәлеп ителгән. Был яҡшы, ыңғай һөҙөмтә. Хәҙер хеҙмәт баҙарында ирекле эшсе көскә ҡытлыҡ күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадтың айырым йүнәлештәре буйынса ихтыяж тәҡдимдән күп тапҡырҙар артыҡ.Производстволарға квалификациялы эшселәр һәм инженер кадрҙар, - тине Владимир Путин.
Башҡортостан республикаһы Башлығы журналистар менән әңгәмәлә республикала квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелеүен әйтте.
- Был иң актуаль темаларҙың береһе. Иҡтисад үҫә, унда кешеләр эшләргә тейеш. Ултырышта беҙ быйыл һәм алдағы йылдарҙа нәмә менән шөғөлләнеүебеҙ тураһында фекер алыштыҡ. Бер нисә йыл элек беҙ һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү тураһында дөрөҫ стратегик ҡарар ҡабул иттек һәм әле үк билдәле бер ыңғай һөҙөмтә һиҙәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Әйткәндәй, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү “Кадрҙар” милли проектын хәл итеүгә лә булышлыҡ итә.
Фото: glavarb.ru