Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль , 10:40

Университеттар араһында хеҙмәттәшлек нығый

Ташкент һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары үҫемлекселек, селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Был тармаҡтарҙы үҫтереү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) сиктәрендә ойошторола. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Университеттар араһында хеҙмәттәшлек нығый
Университеттар араһында хеҙмәттәшлек нығый

Агровуздар араһында 2026-2030 йылдарға ғилми-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә һәм берлектәге саралар планына (юл картаһы) Ташкентта ғинуар айында ҡул ҡуйылды. Ташкент университетына барған ваҡытта һөнәри йүнәлеш биреү эше үткәрелгән һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының белем биреү һәм ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре билдәләнгән. Шулай уҡ, ике республика өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бынан тыш, ауыл хужалығы һәм аграр белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Хеҙмәттәшлек барышында Башҡортостан климатында экологик сорт һынауҙарын үткәреү өсөн университетҡа алты сорт һәм 30 культура селекция линияһы килтерелде. Был эш яңы һәм урындағы шарттарға яраҡлаштырылған сорттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас