Ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары өсөн мал аҙығы өҫтәмәһен Ҡытай Халыҡ Республикаһына, шулай уҡ Тажикстанға һәм Үзбәкстанға ебәрәләр.
Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты булып тора.
1,9 мең тонна күләмендәге гранулланған сөгөлдөр һығындыһының сираттағы партияһын ошо көндәрҙә Ҡытайға ебәрҙеләр. Экспорт өсөн продукцияны Шишмә районындағы сөгөлдөр эшкәртеү предприятиеһында әҙерләгәндәр.
Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығында белдереүҙәренсә, аҙыҡ өҫтәмәһе тейәлгән 76 тимер юл вагоны лаборатория экспертизаһын үткән, һайлап алынған продукция өлгөләре экспортлаусыилдең талаптарына тап килә.
ФОТО: apkrb.info