Сәфәр барышында Сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәктең бер нисә эре предприятиеларында булды. Атап әйткәндә, дрондар, электр двигателдәре һәм улар өсөн генераторҙар етештереү менән шөғөлләнгән производстволарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, был проект сиктәрендә дрондар төҙөүҙең төп йүнәлештәре үҫешә.
Граждандар тәғәйенләнешендәге дрондар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла ала – биләмәләрҙе мониторинглауҙа, янғын һүндереүҙә, эҙләү-ҡотҡарыу операцияларын үткәреүҙә, нефть-газ инфраструктураһын контролдә тотоуҙа, шулай уҡ ауыл һәм урман хужалығында.
Артабан Денис Мантуров Радий Хәбиров оҙатыуында төбәктең индустриаль флагманы - ОДК-УМПО производстволарында ла булды, бында авиация сәнәғәте өсөн уникаль изделиеләр әҙерләү технологиялары менән танышты. «Транспорт мобиллеген сәнәғәт менән тәьмин итеү» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан предприятие МС-21 лайнеры өсөн өр-яңы ПД-14 двигателдәренең өстән бер өлөшөн, сериялы һәм перспективалы вертолет двигателдәрен, шулай уҡ газ транспорт тармағы өсөн индустриаль двигателдәрҙе етештерәләр.
Денис Мантуров шулай уҡ ПД-14, ПД-8 һәм АЛ-41СТ-25 двигателдәре өсөн әҙерләү буйынса титан ҡойоу технологик компетенцияһы үҙәгендә, УМПО базаһында төҙөлгән производство-уҡыу үҙәгендә булды. 14,5 мең квадрат метр майҙанда производстволар, уҡыу кластары һәм программалау лабораториялары эшләй.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Өфө трансформатор заводының (ӨТЗ) эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие «ЭРСО» холдингына инә – ул Рәсәйҙең электр техникаларына етештереүсе алдынғы компанияһы. трансформаторҙарҙы етештереү һәм һынауҙың төп технологик участкаларын ҡараны.
Денис Мантуров һәм Радий Хабиров шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары продукцияһының күргәҙмәһе менән танышты.
ФОТО:Башҡортостан башлығы сайты.