Субсидия “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и гостеприимство) йүнәлтелә. Шул иҫәптән, федераль ҡаҙнанан 25 миллион һум, Башҡортостан ҡаҙнаһынан 0,5 миллион һум, урындағы ҡаҙнанан 0,2 миллион һум йәлеп ителә.
-Был проектты тормошҡа ашырыу Белорет ҡалаһында туризмды үҫтерергә, туристар ағымын күбәйтергә булышлыҡ итә. Бынан тыш, ял өсөн уңайлы шарттар булдыра, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещигина.
Дәүләт ярҙамы менән Ленин исемендәге скверҙа арт-объекттар барлыҡҡа килде, улар Белорет районының металлургтарының тарихын сағылдыра.
Шулай уҡ “Дуҫлыҡ” скверы, “Металлургтар” майҙаны, “Офоҡ артына атла” паркы ла яңы төҫ алды, туризм-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа килде.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ һәм фото:"Башҡортостан" гәзите.