Иҡтисад
27 Марта , 01:15

Экспорт арта

Ошо йылдың 15 мартына Башҡортостан Республикаһы 63 мең долларҙан ашыу суммаға 107,5 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Экспорт артаЭкспорт арта
Экспорт арта

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Экспорт күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 23 процентҡа артҡан. Экспорт структураһында, элеккесә, май-май тармағы продукцияһы өҫтөнлөк итә, йәғни 40,8 процент тәшкил итә, икенсе урында аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы 22,1 процент, экспорт структураһында ҡалған өлөшөн иген һәм башҡа продукция биләй.

–Башҡортостан илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булып ҡала, агросәнәғәт комплексы продукцияһын етештереү уҙған йыл йомғаҡтары буйынса уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары. Был тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте артабан үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр тыуҙыра, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат фәзрахманов. -2030 йылға республика агросәнәғәтенә экспорт күләмен 2021 йыл кимәленә ҡарата 1,5-2 тапҡырға арттырыу ҡарала.

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы Һиндостан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм башҡалар илдәргә оҙата.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас