

« CHINA FOOD & DRINKS FAIR күргәҙмәһендәге эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостандың «Пищепром» компанияһының продукцияһын Ҡытайҙың ҙур берәмләп һатыу селтәрҙәре һатып алыуы тураһында алдан килешеүгә өлгәшелгән.
Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) ярашлы алып барыла.
Аньхой провинцияһынан дистрибьютор продукция менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Ул Башҡортостан етештереүсеһенең тауарҙарын JD.com электрон платформаһына сығарыуҙы һәм уларҙы Сычуань, Аньхой һәм Гуандун төбәктәрендә һатыуҙы күҙ уңында тота
Бынан тыш, сит ил һатып алыусылары эшҡыуар Хәлил Солтанов етештергән аҙыҡ-түлеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә.