

Продукция 70 мискәгә тултырылған һәм фураға тейәлгән. Йыл башынан дуҫтарса мөнәсәбәттәге Балҡан иленә татлы ризыҡ өсөнсө тапҡыр оҙатыла, бөтәһе 81 тонна ебәрелгән. Уҙған йылда Сербияға 101,5 тонна бал һатылған.
Шулай уҡ Ҡытайға 1,6 мең тонна етен оҙатылған – был 62 тимер юл вагоны. Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан Ҡаҙағстанға 1,2 мең тонна арпа ебәрелгән.
Бындай хеҙмәттәшлек «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.