Иҡтисад
8 Мая , 04:45

"Халыҡты автобустарҙа экскурсияға алып йөрөйәсәкбеҙ"

Әбйәлилдә “Салауат” компанияһы эш башлаясаҡ. Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеген күҙаллау маҡсатында район башлығы командаһы Томинск ГОК-ында булып ҡайтты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Халыҡты автобустарҙа экскурсияға алып йөрөйәсәкбеҙ""Халыҡты автобустарҙа экскурсияға алып йөрөйәсәкбеҙ"
"Халыҡты автобустарҙа экскурсияға алып йөрөйәсәкбеҙ"

Бер ай элек Хәйбулла районына Урал аръяғы райондары спартакиадаһына барҙыҡ. Хәйбулла башлығы Рөстәм Шәрипов беҙҙе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына алып барҙы. Унда барыһы элеккесә: тауыш, бысраҡ. Унан һуң Томинск комбинатында булыу – ер менән күк араһы. Томинск комбинатында шул тиклем юғары технологиялар ҡулланыла, хайран ҡалырлыҡ. Әйткәндәй, уның етәксеһе -  башҡорт. Экология һәм социаль өлкә өсөн яуаплы ошондай предприятиеның беҙгә килеүенә бик шатмын. Улар бизнесты районда яңы башлап ҡына торһа ла, социаль өлкәгә аҡса һала, изге эштәр башҡара. Улар күтәргән сығымдарҙы һанап бөткөһөҙ. Бигерәк тә бөгөнгө тыныс булмаған шарттарҙа улар табып, эшкәртәсәк баҡыр оборона өсөн кәрәк, баҡыр бөтә ерҙә лә кәрәк. Беҙҙә ошондай запастар булыуы һәм ошондай производство асылыуы менән бәхетлебеҙ. Был райондың иҫтәлекле урындарының береһе буласаҡ, бында халыҡты автобустарҙа экскурсияға алып йөрөйәсәкбеҙ. Карьер, машиналар... Уларҙың карьеры ҙурыраҡ - 300 метрҙан ашыу, беҙҙә бәләкәйерәк буласаҡ, әммә шундай уҡ шәп буласаҡ. Ҙур һыу һибеү машиналары юлдарға даими һыу һибә. Беҙҙә асфальтҡа бер ҡасан да һыу һибелмәй, ә унда бер саң бөртөгө күрмәҫһең. Ябыҡ типтағы транспортерҙар. Технологик процестан һуң һыу күҙ йәштәре тап-таҙа. Баҡыр етештереү технологияһы ябай, әммә ул бик ҡыҙыҡлы! Минеңсә, унда эш башланһа, уға барыһы ла туристик объект кеүек ҡараясаҡ. Беҙ бит кешеләрҙе тау саңғыһы үҙәгенә алып йөрөйбеҙ, шулай уҡ бында ла алып барасаҡбыҙ. Сөнки был бик шәп. Уларҙың эш хаҡы уртаса 80 мең һум. Был ике аҙна эш өсөн. Йәшәү урыны өс йондоҙло ҡунаҡханалағы кеүек: коридорҙа кер йыуыу машинкалары тора. Мин унан ҡанатланып ҡайттым, объект асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәм. Мин тәүге көндәрҙән үк сәнәғәттең беҙгә кәрәклеген белә инем. Тап шул етмәй ине. Хәҙер беҙҙә шундай шәп сәнәғәт объекты буласаҡ. Был барыһын да үҙгәртә, - ти Айрат Зиннәт улы сәфәрҙән тәъҫораттары менән уртаҡлашып.

Районда яңы предприятие асылып, эшләй башлаһа, район халҡына эш урындары буласаҡ, ә был, үҙ сиартында, “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас