

Нәдип Шәғәлин улдары Руслан, Рөстәм һәм Арсен менән бергәләп тормошҡа ашырған күләмле инвестиция проекты булған «Урал батыр" ял паркы проектына инвестицияларҙың дөйөм күләме 120 миллион һум тәшкил итәсәк. Майҙаны-153 мең квадрат метр.
Парктың маҡсаты - ғаилә менән бергәләп ял итеү урыны булдырыу һәм «Урал батыр» башҡорт эпосын популярлаштырыу. Бөтә комплекс урта быуат ҡәлғәһе стилендә эшләнгән. Бындағы форель хужалығында форель, стерлядь, карп, осетра балыҡтары үрсетәләр. Шарлауығы һәм Урал батыр скульптураһы менән мәмерйә, тирмә-рестораны булған ҡунаҡхана эшләй.
Бында артобъекттар ҙа күп кенә, улар араһында “Һомай” фонтаны һәр кемдең иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Һыу ятҡылығының уртаһында нәфис аҡҡоштар ҡуйылған.
Проектты тормошҡа ашырыуға эшҡыуар Шәғәлиндарға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”, “ Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары нигеҙендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.