Иҡтисад
5 Июня , 08:45

Йәш белгестәргә ярҙам

 Башҡортостанда “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) юғары  һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға һәм уларҙың остаздарына ярҙам программаһы эшләп килә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәш белгестәргә ярҙамЙәш белгестәргә ярҙам
Йәш белгестәргә ярҙам

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыусы йәш белгестәр һаны хәҙер 17 мең тирәһе.

Быйылғы йылда республиканың финанс ярҙамы менән эш биреүселәр стажировкаға 130-ҙан ашыу юғары  һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы йәлеп итә ала. Был маҡсатта Башҡортостан бюджетынан 10,9 миллион һум аҡса бүленгән. Был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк.

Йәғни 2026 йылда компания һәр стажерға 243,6 мең һумға тиклем күләмендә ярҙамға иҫәп тота ала. Йәғни ярты йыл эсендә, был стажировка программаһының максималь ваҡыты, эш биреүсе йәш белгескә хеҙмәт хаҡын түләүгә ошо күләмдә аҡса бүлә ала икән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас