Иҡтисад
12 Июня , 02:50

Белоретта ял базаһы замансаға әйләнде

Дәүләт ярҙамы менән эшҡыуар Евгений Моисеев Белорет районының Отнурок ауылындағы “Горы” ял базаһында заманса инфраструктура булдырҙы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Белоретта  ял базаһы замансаға әйләндеБелоретта  ял базаһы замансаға әйләнде
Белоретта ял базаһы замансаға әйләнде

 Башҡортостан микрокредит компанияһынан 2,4 миллион һумлыҡ ташламалы займ ярҙамында базала ғаилә һәм әүҙем ял итеү өсөн заманса инфраструктура булдырыласаҡ: балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, ә ҡунаҡтар квадроцикл һәм велосипедтарҙы ҡуртымға ала аласаҡ.

Был ярҙам эшҡыуарға “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ярҙам күрһәтелгән.

Ял базаһын төҙөү 2024 йылда башланған, ә декабрҙә ул тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 миллион һум тәшкил иткән, уларҙың бер өлөшө туризмды үҫтереүгә федераль грант сиктәрендә йәлеп ителгән.

Бөгөн проект командаһы бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. 2026 йылға килемде уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла, был проекттың ҙур ихтыяжға эйә икәнлеген күрһәтә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас