Иҡтисад
12 Июня , 01:20

Уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар-март айҙарында уртаса айлыҡ эш хаҡы 74 880 һумға еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Уртаса эш хаҡы билдәле булдыУртаса эш хаҡы билдәле булды
Уртаса эш хаҡы билдәле булды

Был мәғлүмәттәрҙе Башстат килтерә.

 Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар-март айҙарында уртаса айлыҡ эш хаҡы 74 880 һумға еткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 8,5 процентҡа күберәк. Быйыл мартта төбәктә уртаса эш хаҡы 77 171 һум тәшкил иткән. Был үткән йылдың март айына ҡарағанда 6,9 процентҡа юғарыраҡ. Ошо ваҡыт эсендә республикала реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 2,2 һәм 0,7 процентҡа артҡан.

Уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала уртаса эш хаҡы 74 390 һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән.

Уртаса эш хаҡының артыуы халыҡтың йәшәү рәүешенә лә ҡағыла. Тимәк, кешеләр яҡшыраҡ йәшәй башлаған. Шуның менән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты үтәлешенә лә булшылыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас