Иҡтисад
26 Июня , 03:30

Инвесторҙар өсөн йыйынтыҡ

Башҡортостан Республикаһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы әҙерләнгән “Башҡортостан Республикаһы. Киләсәк территорияһы” мәғлүмәт-аналитика йыйынтығы сығарылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Инвесторҙар өсөн йыйынтыҡИнвесторҙар өсөн йыйынтыҡ
Инвесторҙар өсөн йыйынтыҡ

Яңы йыйынтыҡ Башҡортостанды инвестициялар өсөн майҙансыҡ итеп ҡараған инвесторҙар өсөн файҙалы инструмент буласаҡ. Ул 54 биттән тора һәм республика иҡтисады тураһында комплекслы мәғлүмәт бирә. Унда юл-транспорт инфраструктураһы, минераль-сеймал базаһы һәм урман сығанаҡтары тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

Бынан тыш, авторҙар тулайым төбәк продукты күрһәткестәрен, сәнәғәт етештереүе индексын, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм туризм динамикаһын ентекле тикшерҙе. Шулай уҡ йыйынтыҡта экспортерҙарға һәм инвесторҙарға ярҙам саралары, дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ механизмдары, өҫтөнлөклө зоналар, индустриаль парктар һәм сәнәғәт кластерҙарының махсуслаштырылған ойошмалары мөмкинлектәре күрһәтелгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас