

Был маҡсатта эшҡыуар Башҡортостан микрокредит компанияһында рәсмиләштерелгән ике миллион һум күләмендәге ташламалы микрозайм алды. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә бирелгән был ярҙам цехтың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн кәрәкле ҡоролмалар алыуға булышлыҡ иткән.
– Республика эшҡыуарҙарына проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө инструменттар, шул иҫәптән микрокредит ярҙамы тәҡдим итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Республика Хөкүмәте төбәктә эшҡыуарлыҡты башлау һәм алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн күп көс һала, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Ивановтар ғаилә бизнесын 15 йылдан ашыу алып бара. Савелий үҙе икенсе быуын ашнаҡсыһы, ата-әсәһе ошо йүнәлештә эшләгәнлектән, ул да бала саҡтан кондитер эше менән ҡыҙыҡһына. Һәм хәҙер ата-әсәһенең эшен уңышлы дауам итә.
– Мин киләсәккә ышаныс менән ҡарайым һәм бизнесты һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереүҙе дауам итеүҙе маҡсат итеп алдым. Әҙер продукциябыҙҙы Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларына оҙатабыҙ һәм йыллыҡ килемде 13 – 14 миллион һум кимәлендә тотоп ҡалырға ниәтләйбеҙ, – тип һөйләй эшҡыуар Савелий Иванов.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.