Бынан тыш, тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеүҙе баһалау һәм, кәрәк булғанда, биоиҡтисадҡа бәйле белгестәр әҙерләү буйынса юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа бюджет урындары һанын арттырыу йөкмәтелгәйне. Уны тормошҡа ашырыу 2026 йылдың 1 июленә билдәләнгәйне.
Февраль аҙағында ВЦИОМ аналитик үҙәге мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткерҙе. Уның нигеҙендә Рәсәй интернет-ҡулланыусыларының яртыһынан күбеһе (53%) биоиҡтисад тураһында бер нәмә лә белмәй, тағы 14 проценты был терминды ишеткән, ләкин уны аңлата алмайҙар, ә 33 проценты мәғлүмәт менән таныш һәм яҡшы аңлай, тип белдергән.
Шул уҡ ваҡытта 2025 йыл аҙағында "Биоиҡтисадты технологик тәьмин итеү" милли проекты эшләнде һәм раҫланды. Ул Рәсәйҙә биологик сеймалды ҡулланыу өсөн инфраструктура булдырыуға, ауыл хужалыгында, экологияла һәм дарыу препараттарын булдырыуҙа уникаль технологиялар эшләүгә йүнәлтелгән.
Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашты. Һүҙ — Президенттың әлеге башланғыстары тормошҡа ашырыу тураһында барҙы.
— Колледждарҙа бюджет урындары һаны үткән йыл менән сағыштырғанда, 30 меңгә артып, 880 меңгә етте, — тине мәғариф министры Сергей Кравцов.
Президент күрһәткестәр динамикаһы менән ҡыҙыҡһынды, урындар һаны артҡанмы булған йәки шул килеш ҡалғанмы икәнен асыҡланы. Кравцов билдәләп үтеүенсә, урта һөнәри уҡыу йорттарына ҡыҙыҡһыныу арта бара.
Һүрәттә:Урал аръяғы колледжының 2023 йылғы сығарылыш студенттары.