Иҡтисад
17 Июля , 01:35

Башҡортостан балын сит илдә лә яраталар.

2026 йыл башынан Башҡортостандан сит илгә 100 тоннанан ашыу тәбиғи бал оҙатылды. #ВладимирПутин

Башҡортостан балын сит илдә лә яраталар.Башҡортостан балын сит илдә лә яраталар.
Башҡортостан балын сит илдә лә яраталар.

Ошо көндәрҙә 20 тонна шифалы башҡорт ризығы Сербияға ебәрелде.

Умартасылыҡ продукцияһын Өфө предприятиеларының береһе әҙерләй. Росельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре өс партия сәскә балын әҙерләне, улар 200 литрлы һауыттарға тултырылды. Сәскә балы өлгөләре лаборатория тикшеренеүҙәре үтте һәм ҡабул итеүсе илдең талаптарына яуап бирә.

Башҡорт балы уникаль тәм үҙенсәлектәре, юғары сифаты арҡаһында сит илдәрҙә тотороҡло рәүештә һорау менән ҡулланыла. 2025 йылдың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан 103,7  тонна бал экспортланған. Был 2024 йыл күләменән дүрт тапҡырға күберәк.

Экспортҡа йүнәлтелгән агросәнәғәт комплексы продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты булып тора (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”).

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас