Иҡтисад
31 Июля , 03:10

Әбйәлилдә Гемодиализ үҙәге буласаҡ

Әбйәлил районында киләсәктә гемодиализ үҙәге асыу планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Әбйәлилдә Гемодиализ үҙәге буласаҡӘбйәлилдә Гемодиализ үҙәге буласаҡ
Әбйәлилдә Гемодиализ үҙәге буласаҡ

Күптән түгел Әбйәлилдә үткән Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышында район халҡын борсоған бер нисә мәсьәлә күтәрелде. Мәҫәлән, ултырышта доклад менән сығыш яһаған район башлығы Айрат Әминев Әбйәлилдә гемодиализ үҙәге кәрәклеге мәсьәләһен дә күтәрҙе.

–Райондан ун биш сирле кеше аҙнаһына өс тапҡыр Белорет ҡалаһына гемодиализға йөрөй. “Экома” компанияһы был тәңгәлдә 10 миллион һум аҡса һалып, Асҡар район дауаханаһы базаһында ошондай үҙәк асырға әҙер. Тик бының өсөн кәмендә 5 йылға арендаға алырға ҡулайлы бина кәрәк, - тип һөйләне проблема хаҡында Айрат Зиннәт улы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ошо мәсьәләлә ярҙам һораны.

Әлбиттә, бындай үҙәк асылһа,  2-3 сәғәтлек юл үтеп Белорет ҡалаһына дауаланыуға йөрөгән кешеләргә ҙур ярҙам булыр ине, шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлешенә лә өлөш индерер ине был проект.

Һүрәттә: республиканың премьер-министры Андрей Назаров район башлығы Айрат Әминев оҙатыуында яңы балалар поликлиникаһын да ҡараны, Асҡар үҙәк дауаханаһы коллективы менән осрашты.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас