

Был участка Сибай һәм Баймаҡ араһында урынлашҡан. Әлеге ваҡытта юлсылар иҫке туҙған япманы фрезерлай, тигеҙләү ҡатламын һәм япманы ҡора, юл ситтәрен нығыта, билдәләр ҡуя.
"Магнитогорск - Ира юлы Рәсәй терәк селтәренә инә. Был Сибайҙы Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары менән тоташтырыусы юл, шулай уҡ Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында йөрөүгән мөһим транспорт артерияһы. Был йүнәлеш туристар араһында ла популяр, сөнки уның буйынса Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркы, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары кеүек билдәле туристик иҫтәлекле урындарға барып етергә мөмкин.
Фото: bashinform.ru