

Килешеүҙәр өҫтәмә эш урындары бирә
Көньяҡ Африка Республикаһы, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Абхазия һәм Италия илселәрен берләштергән форумда 70 миллиард һумдан ашыу инвестиция килешеүҙәре төҙөлдө.
Шуны лә әйтеп китеү урынлы булыр: Әбйәлил районы 2027 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан инвестиция режимы ғәмәлгә инәсәк ете пилот муниципалитет иҫәбенә индерелде.
Яңы инвесторҙар өсөн ошо көндән көсөнә инәсәк һалым ташламалары биләмәнең иҡтисади үҫешенә этәргес буласаҡ.
«Шаҡман юлы»
«Замандың көслө идеялары» форумының практик-сессияһы сиктәрендә «Шаҡман юлы» этнопаркы концепцияһының презентацияһы айырым урын биләне.
«Абзелил» гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина һәм «Ирәндек» лагеры директоры Зөлфиә Ғәйнетдинова авторлығындағы «Шаҡман юлы» күләмле инвестиция проекты Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы өс идеяһы исемлегенә инде һәм юғары эксперт баһаһын алды (яҡынса рейтинг 29).
Был проект Асҡар ауылындағы «Шәжәрә паркы» форматындағы Рәсәйҙә беренсе этнопарк.
Проект башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 470 йыллығына (2027 йыл) арналған.
Проект нигеҙендә Асҡарҙағы ҡайынлыҡтағы, урындағы халыҡ йөрөткәнсә «роща»ны ете ырыу тарихын, Урал аръяғы тәбиғәтен һәм хәҙерге тормошто берләштергән уникаль йәмәғәт киңлегенә әйләндереү идеяһы ята.
Сессияла БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, «идеялар билдәләү генә түгел, авторҙарға уларҙы аныҡ һөҙөмтәләргә еткерергә ярҙам итеү мөһим».
Тәүге өсәү исемлегенә инеү проектҡа ҙур мөмкинлектәр бирә, ә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу пландары федераль финанслауға юл аса.
«Замандың көслө идеялары» форумының федераль этабы йомғаҡтары 24-25 августа Түбәнге Новгородта иғлан ителәсәк.
Әбйәлил проекттары
Инвестһабантуй сиктәрендә Асҡар ауылында күп функциялы туҡталыш комплексы төҙөү ниәтенән район хакимиәте һәм «Асҡар баҙары» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проект майҙаны 300 квадрат метрлыҡ бина төҙөүҙе, инженер селтәрҙәренә тоташтырыуҙы һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүҙе (400 квадрат метр) күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 15 миллион һум.
Иң мөһиме — проект Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән дә инде. Был уның тормошҡа ашырылыу мөмкинлегенә өҫтәмә гарантиялар бирә. Буласаҡ комплекста 3 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Бындай проекттар төҙөлөш кенә түгел, был яңы йәлеп итеү нөктәләре, ауыл халҡы өсөн өҫтәмә ял итеү урындары булдырыу, урындағы бюджетҡа өҫтәмә килем һәм дөйөм алғанда инфраструктураны үҫтереү ул.
Бынан тыш, һабантуй сиктәрендә башҡа мөһим проекттар буйынса ла килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, «Шайморатов үҙәге» сауҙа-күңел асыу үҙәге («Ника» ЯСЙ-һы), инвестициялар күләме -120 миллион һум, 100 эш урыны, проектты 2028 йылға бойомға ашырыу ҡарала.
Йәлембәт ауылында күп функциялы юл буйы сервисы («Алтын ырыу» ЯСЙ-һы) инвестициялар күләме — 20 миллион һум, 22 эш урыны, 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырыу билдәләнә.
«Районыбыҙҙы комплекслы үҫтереү маҡсатында даими һәм өҙлөкһөҙ эш алып барабыҙ. Билдәле булыуынса, инвестициялар өмөтлө партнерлыҡ һәм яуаплы мөнәсәбәт булған урынға килә. Шул уҡ рухта дауам итәсәкбеҙ», — тип яҙып сыҡты был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендәге битләүҙәренә район башлығы Айрат Әминев.
Ҡунаҡсыллыҡ — Әбйәлилдең визит карточкаһы
Форумда әбйәлилдәр район башлығы Айрат Әминев инициативаһы менән гастрономия һәм мәҙәни-этнография йүнәлешендә ике тирмә ҡуйҙы. Кулинария өлөшө өсөн Гөлйөҙөм Сыңғыҙова, Флүзә Ғилманова, Фәнүзә Дәүләтова етәкселегендәге Озерный һәм Дәүләт ауыл биләмәләренең ҡатын-ҡыҙҙар советтары яуаплы булды. Сит ил делегациялары милли ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә һәм аш-һыуҙың матур биҙәлешенә хайран ҡалды. Беҙҙең тирмәләрҙе республиканың ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Гүзәл Насирова юғары баһаланы.
Иҡтисады ныҡтың — киләсәге ышаныслы
Әбйәлил районы «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйында үҫешкә системалы ҡараш күрһәтте, унда һәр элемент дөйөм һөҙөмтәгә эшләй, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар инициативалары социаль әүҙемлек кенә түгел, ә реаль иҡтисади ресурс та. Эшҡыуарҙар берлеген ойоштороу һәм системалы хәйриә эше бизнестың социаль яуаплы булыу мөмкинлеген күрһәтә. Икенсенән, инфраструктураға инвестициялар (туҡталыш комплексы, юл буйы сервисы, сауҙа-күңел асыу үҙәге) яңы эш урындары булдыра һәм ауыл халҡының йәшәү сифатын яҡшырта. Өсөнсөнән, «Шаҡман юлы» этнопаркы проекты төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.
Сибайҙағы эш һөҙөмтәләре Әбйәлилдең килә-сәккә ышаныслы ҡарауы, идеяларҙы проекттарға, ә проекттарҙы Урал аръяғы өсөн үҫеш нөктәләренә әйләндереүе хаҡында ышаныслы раҫлай».
«Мөмкинлектәр һабантуйы»
«Мөмкинлектәр һабантуйы» секцияһы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәләре системалы фекер алышҡан үҙәк майҙансыҡ булды. Осрашыу модераторы, Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гүзәл Насирова: «Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәләре — ул ҙур көс. Беҙ конкрет бурыстар тирәләй берләшәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ һәм яңы мөмкинлектәр булдырабыҙ», тип белдерҙе. Секцияла Ханты-Манси автономиялы округынан, Үзбәкстандан һәм Абхазиянан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы республикабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереү тәжрибәһенә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күрһәтә.
«Ватан һаҡсылары» фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина «Ғаилә ҡунаҡханаһы» проектын, «Ҡатын-әсә» конкурсын һәм «Әсә һүҙе» шиғырҙар йыйынтығын тәҡдим итте, унда республиканың 27 районынан һәм ете ҡалаһынан һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренең 154 әҫәре ингән.
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, «республиканың һәр ауылында бөгөн уникаль продукция етештерелә, ә ҡатын-ҡыҙҙар башланғыстары - ошо яңырыуҙың нигеҙе».
«Минең бизнесым» республика үҙәге директоры Айгөл Хәбибрахманова «Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ» программаһын, 300000 һумға тиклем финанслау менән бизнес-моделдәр, шулай уҡ «Әйҙә бизнесҡа» проекты сиктәрендә уҡытыу кеүек дәүләт ярҙамы тәҡдим итте.
Секция сиктәрендә шулай уҡ эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, меценат Гөлнара Әминева сығыш яһаны. Ул ғаилә бизнесы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә алып барған һөҙөмтәле эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. 2026 йылдың мартында Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы инициативаһы менән Әбйәлил эшҡыуарҙары союзы — системалы хәйриә эше өсөн берләшмә ойошторолдо. Ғәмәлгә ашырылған проекттар араһында — хосписҡа, мәсеткә, балалар учреждениеларына ярҙам итеү, «Йыуаса-фест» фестивален һәм «Бизнес һәм геройҙар» форумын ойоштороу һәм башҡа проекттар бар. «Һәр ваҡыт изге эштәр өсөн ваҡыт табыла», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнара Әминева.
Эшҡыуар ауыл биләмәләре тормошонда ҡатын-ҡыҙҙар советтарының мөһим ролен дә билдәләне. Уның әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар советтары урындарҙа әүҙем көс булып тора: байрамдар ойоштора, ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, ә район эшҡыуарҙары уларға был эштә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
«Бизнес яйға һалынһа — изге эштәр өсөн ваҡыт табыла», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы сығышын тамамлап. Уның тәжрибәһе-ғаилә эшҡыуарлығы, ҡатын-ҡыҙ инициативалары һәм берләшкән бизнес-берләшмәнең биләмәне төбәкте үҫтереү өсөн тотороҡло нигеҙ булдырыуының сағыу миҫалы.
Таһир Кусимов һәйкәленә нигеҙ ташы һалынды
Әбйәлилдең данлы улы, Башҡортостандың ғорурлығы генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимовтың исеме илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Гвардия подполковнигы Таһир Кусимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә ҙур батырлыҡ күрһәтә. 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Днепрҙың уң яҡ ярына сыға . Бында полк яр буйлатып 2,5 км тирәһе киңлектә плацдарм тотоп тороп, дивизияның башҡа частәренең йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Кусимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Кусимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Һәйкәлгә нигеҙ ташы һалыу сараһында БР премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, генералдың исеме архивтарҙа туҙанланып ятмай, уның исемендәге батальон бөгөн тағы алғы һыҙыҡта. Теүәл 80 йыл элек Кусимовтың полкы Донбасты нацистарҙан азат итһә, ә хәҙер шундай уҡ шевронлы яугирҙәр ошо ерҙең күген иңләп, дошмандарҙы үткәрмәй.
Әбйәлил ҡыҙҙары мода күрһәтте
Зарина Йәнбирҙина етәкселегендәге «Һомай-Урал аръяғы» студияһынан Әбйәлил ҡыҙҙары, республиканың иң яҡшы моделдәре менән бер рәттән инвестиция һабантуйы сиктәрендә үткән «Йәшмә йәне» I Халыҡ-ара кәсептәр һәм кәсептәр фестиваленең «Фэшн юл» Әбйәлил ҡыҙҙары ҡатнашты.
Әбйәлилдең йәш моделдәре тамашасыларға Алтай, Абхазия дизайнерҙары коллекцияларын һәм оҫталарыбыҙ теккән милли кейемдәрҙе тәҡдим итте.
Ғөмүмән алғанда, форум төбәк иҡтисады бизнес, йәмәғәт башланғыстары һәм дәүләт ярҙамында үҫешеүен тағы бер тапҡыр раҫланы.