

Йыл башынан республиканан сит илдәргә 189 тонналыҡ 15 партия продукция оҙатылған, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда был ике тапҡырға артығыраҡ , йәғни былтыр ул 97 тонна тәшкил иткәйне. 19,9 тонналыҡ һуңғы партия Үзбәкстанға оҙатылған. Һайлап алынған өлгөләр лаборатор тикшеренеүҙәрҙе уңышлы үткән.
Башҡортостанда йыл һайын яҡынса 3,5 мең тонна ҡымыҙ етештерелә. Әле республикала йөҙгә яҡын махсуслаштырылған ферма эшләй.
Сит илдәргә оҙатылыусы агросәнәғәт продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.