Иҡтисад
18 Сентябрь , 01:40

Башҡортостандан сит илгә продукция оҙатыу арта

Йыл башынан Башҡортостан 350 мең тонна тирәһе аграр сәнәғәт комплексы  продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1сентябргә продукция сит илдәргә13 процентҡа күберәк ебәрелгән. Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлектәрен сит илдәргә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  ярашлы тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостандан сит илгә продукция оҙатыу артаБашҡортостандан сит илгә продукция оҙатыу арта
Башҡортостандан сит илгә продукция оҙатыу арта

Һигеҙ айҙа етештереүселәр 207 миллион долларлыҡ продукцияны сит илгә оҙатҡан, былтыр был сумма 188 миллион доллар булған.

Бигерәк тә Һиндостан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм башҡа илдәргә күберәк күләмдә продукция сығарылған.

2030 йылға сеймалға, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙың экспорт күләмен 2023 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда кәм тигәндә өстән ике өлөшкө арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас