Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Ғинуар , 14:55

Аҙан тауышы тынмаһын!

Иман йортон асыу тантанаһы ауыл халҡы өсөн генә түгел, ә ошо мәсетте төҙөүгә өлөш индергән, ҡул, тел көсө менән ярҙам иткән барса ғәм өсөн оло байрамға әйләнде.

Аллаһы Тәғәлә кеше күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар бирмәй. Янғын арҡаһында ҡышҡа ҡарай хәлилдәрҙең мәсетһеҙ тороп ҡалыуы һынау итеп ебәрелгән ҡаза булғандыр. Ул халыҡты рухи күтәрелешкә өндәне, берҙәмлеген нығытты, күңелен иман нуры яҡтыртыуын раҫланы. Шулай булмаһа, дүрт ай эсендә нигеҙҙән өр-яңы мәсет төҙөп өлгөртә алмаҫтар ине. Иман йортон асыу тантанаһы ауыл халҡы өсөн генә түгел, ә ошо мәсетте төҙөүгә өлөш индергән, ҡул, тел көсө менән ярҙам иткән барса ғәм өсөн оло байрамға әйләнде.

Инеш һүҙ менән ауылдың имамы Вәхит хажи Сәйфетдинов сығыш яһаны. 29 йыл ауылды дин юлынан әйҙәгән мәсеттен 6 сентябрҙә көл-күмергә ҡалыуы һәм ошо сәбәпле халыҡтың бер төптән күтәрелеп яңынан мәсет төҙөүгә тотоноуы, төрлө яҡтарҙан дини ҡәрҙәштәребеҙҙең ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта объекттың сафҡа индерелеүе тураһында бәйән итеп, был изге эштә ҡатнашлыҡтары булғандарҙың барыһына ла хәйер-фәтихалы, бәрәкәтле тормош теләне.

Хәлилдәрҙең оло ҡыуанысы менән уртаҡлашырға райондан да вәкилдәр килде. Район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин изге эште бойомға ашырыуҙа кемдең ҡулы, файҙаһы тейгән — һәр береһенә рәхмәт белдерҙе. Мәсет ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, ауылда аҙан тауышы тынмаһын,  дин юлынан киткән йәштәр күберәк булһын, тигән теләктәрен еткерҙе Айбулат Баҡый улы.

Тантаналы ваҡиға уңайынан район етәкселеге, район башлығы И. Т. Нафиҡов һәм депутаттар корпусы исеменән Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ҡотлап, изге теләктәр юлланы.

— Районда 60-ҡа яҡын мәсет эшләп килә, әле төҙөлөп ятҡандары бар. Йылдың-йылы ауылдарҙа яңынан-яңы күркәм мәсеттәр ҡалҡып сығыуы ҡыуаныслы күренеш. Шуларҙың береһе — Хәлил ауылы мәсете бик ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө. Хәлилдә мәсетте яңынан төҙөү ул район халҡы өсөн генә түгел, бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ҙур мәртәбәле эш булды. Сөнки, күреүебеҙсә, дин халыҡты берләштерҙе, мәсеттең янып юҡҡа сығыуы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, күпме кеше төҙөлөшкә өлөш индерҙе. Һәм шуның арҡаһында, Аллаға шөкөр, бөгөн мәсет халыҡтың дини мәнфәғәттәрендә хеҙмәт итергә әҙер. Уны төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдәрәбеҙ, — тип Булат Юныс улы, тәү сиратта, мәсеткә бүләк — 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы һәм артабан төҙөлөш эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн Илдар Әлибаев, Илнур Ялалов, Руслан Ғәлин, Азамат Рыҫҡолов, Язар Йыһаншин һәм Илфат Сәйфетдиновты муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.

— Ҡайғы булмай, шатлыҡ килмәй, тигән мәҡәл бар. Бөгөн Хәлилдә ҙур шатлыҡлы һәм тарихи ваҡиға — өр-яңы мәсет асыла. Ул донъялағы ығы-зығылы мәлдә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә күңел тыныслығы табыр урын, ауылыбыҙға йәм, иман нуры таратыусы усаҡ булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Ә инде мәсетебеҙҙе көл-күмерҙән тергеҙеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла изгелектәренең сауаптары  насип булһын. Тағы берҙе инандым: ауылдаштарыбыҙ дәррәү ҙә, берҙәм дә, — тине район Советы депутаты, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ф. Ш. Әсәҙуллин.

Урал аръяғы райондары имам-ахуны, Дауыт ауылындағы «Рәсүлиә» мәсете имам-хатибы Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин: «Мәсет эшләйем тип һөйләү — бер, эшләп ҡуйыу — икенсе ғәмәл.  Инде уның эшен алып барыу мөһим.  Мәсеттәр Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла торған урын. Ул көн һайын биш намаҙ уҡыу өсөн асыҡ торорға тейеш», — тине. «Рәсүлиә» мәсетенең Рәхмәт хаттарын хәҙрәт Вадим Ишбулатовҡа, Илфат Сәйфетдиновҡа, Таңһылыу Мәсәлимоваға, Фәрит Хоҙайбиргәновҡа, Салауат Ирназаровҡа, Руслан Ибраһимовҡа һәм Васил Хисмәтуллинға тапшырып китте.

Яңы мәсет төҙөлөшөнә ҙур ярҙам күрһәткән, Магнитогорскиҙа һәм райүҙәктең сауҙа нөктәләрендә аҡса йыйыуҙы ойошторған сығышы менән   Хәлил ауылынан булған апайҙар — Таңһылыу Мәсәлимова һәм Сәриә Дауытоваға айырым һүҙ бирелде.

Таңһылыу Әхмәҙиә ҡыҙы ҡалалағы мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙән ҙур суммала аҡса йыйып мәсет файҙаһына тапшырыуҙан тыш, төҙөлөш тамамланғас, иман йортон эске яҡтан йыһазландырыуға тос өлөш индергән кеше. Магнитогорскиҙа йәшәүсе Хәлил ҡыҙҙары һәм 1959 йылғы апайҙар менән берлектә тәҙрәләргә ҡорған-селтәрҙәр һатып алып, үҙҙәре үк элеп биргәндәр, иң һуңында ғаиләһе исеменән иҙәнгә ҡиммәтле келәм һатып алып килтереп түшәгәндәр. 17 йәшендә Хәлилдән ҡырға сығып китһә лә, бер ҡасан да ауылы яҙмышына битараф ҡалмаған Таңһылыу апайға изге башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа тажик милләтенән булған диндар ҡәйнештәре булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, улар ҙа хөрмәтле ҡунаҡтар рәтендә мәсетте асыу тантанаһына саҡырылғайны, ойоштороусыларҙың рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булдылар. Тыуған ауылындағы байрамға Таңһылыу Мәсәлимова буш ҡул менән килмәне. Ул ошо оло сара уңайынан — Мәсүғүт Мортазин исемен йөрөткән мәсеттең тергеҙелеүенә, тиҙерәк һуғыш бөтөүенә һәм иман йортон яңынан төҙөүгә өлөш индереүселәргә, аят-доғалар өмөт иткән әрүәхтарға бағышлап ҡорбан салдыртып бөтә ауыл исеменә һибә ҡылды.

— Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Ауылымда ҙур байрам. Байрамға бүләк-күстәнәстәрһеҙ йөрөмәйҙәр, — тип Таңһылыу Мәсәлимова имам алдына түшәргә ҙур фарсы келәме һәм Хәлил урта мәктәбенең 16-сы сығарылышы булған класташтары исеменән өс Ҡөръән-Кәрим китабы, тәсбихтәр, түбәтәй-яулыҡтар килтергәйне, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә һәм мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән күстәнәстәрен мәктәп вәкиленә аманат итеп тапшырып таратып биреүҙәрен һораны.

Сәриә Мансур ҡыҙы иһә: «Мәсеткә йөрөйөк, намаҙға баҫайыҡ», — тигән теләктә ғаиләһе исеменән Ҡөръән бүләк итте, шулай уҡ байрам табынына ҡорбан иттәренән Асҡарҙағы «Тандырхана»нан былау бешертеп алып килеүен әйтеп, бөтәһен дә ауыҙ итергә саҡырҙы.

Төҙөлөшкә йәштәрҙең күп көс һалыуы тураһында бынан алдағы бер мәҡәләмдә лә яҙып үткәйнем инде. Ойоштороу эштәре менән йәш эшҡыуар Илфат Сәйфетдинов, ярҙамсылары Салауат Ирназаров һәм Фирүзә Мырҙабаева менән шөғөлләнде. Илфат Вәхит улы төҙөлөш эштәренә етәкселек итһә, Өфөлә йәшәүсе ауылдаштар Салауат Вәғиз улы һәм Фирүзә Исмәғил ҡыҙы финанс саралар өсөн яуап бирҙе. Мәсүғүт Мортазиндың ейәне, хәҙерге имамдың улы һәм, ғөмүмән, ауылының тоғро улы булараҡ Илфат үҙендә шул тиклем ҙур яуаплылыҡ тойоп бөтә эштәрҙең башында йөрөнө һәм урын-еренә еткереүгә өлгәште. Үҙенең сығышында ул ҡыҫҡаса отчет тотто. Мәсет төҙөүгә бөтәһе 3262337 һум саҙаҡа аҡсаһы йыйылған, уға 5 меңләп кеше үҙ теләге менән матди өлөшөн индергән. Дөйөм сумманың 3155978 һумы төҙөлөшкә киткән, ҡалған 106 мең һумы мәсет файҙаһына тотоноуға имамға тапшырылған.

Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, 4 ай ҙа 10 көн эсендә сафҡа ингән төҙөлөштөң ниндәй көс менән намыҫланып, дәртләнеп, башҡарылыуын Илфат Вәхит улынан да һәйбәтерәк белгән кеше юҡтыр. Ул ойоштороу комитеты исеменән изге эшкә ҙур өлөш индереүселәргә Рәхмәт хаттары менән бергә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бына улар — Салауат Ирназаров, Дим Арыҫланбаев, Руслан Ибраһимов, Фәнил Ғәлләмов, Венер Дәүләтшин, Илдар Әлибаев, Васил Хисмәтуллин, Таңһылыу Мәсәлимова һәм уның ҡәйнештәре, Фәрит Хоҙайбиргәнов, Ленар Мусин, Арслан Сарбаев, Артур Сөләймәнов, Илнур Ялалов, Сәриә Дауытова, Евгений Нагнибеда, Азамат Рыҫҡолов, Филүзә һәм Вадим Ишбулатовтар, Руслан Ғәлин, Рәғип Тайсин, Айнур Ҡужахмәтов, Рәшит Ҡусҡаров, Язар Йыһаншин, Дамир Әбделғазин,  Ринат Ҡусҡаров, Фирҙәүес һәм Иҙел Рәмовтар, Руслан Йыһаншин, Ғәли Кәримов, Айрат Ғәлимов, Мәхмүт Әбдрәхимов, Рөстәм Шәғәлин, Илдар Боҫҡонов, Раил Мөхәмәтғәлин, Данияр Хоҙайбиргәнов, Руслан Шөғүров, Фәнүзә Мәжитова, Азамат Мортазин, Фәрхәт Мусин, Морат Исҡужин, Рамаҙан Шаһыбалов, Рәвил Мортазин, Илгиз Кинйәбулатов, Римма Ташбулатова.

Таҫма ҡырҡыу йолаһын атҡарып мәсеткә үткәс, сығыш яһауҙар мөнбәр янында дауам итте. Сараға килеүселәр ни тиклем күп булһа, һүҙ әйтергә теләүселәр ҙә бихисап ине. Сит яҡтарҙан килгән дин әһелдәренең, имамдарҙың сығыштары  урынлы ла, фәһемле лә булды. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар айырым бүлмәлә ултырҙы. Яңы мәсет тауыш көсәйтеү системаһы менән йыһазландырылған, сығыштарҙы икенсе бүлмәлә лә, хатта урамда ла тыңлау мөмкин булды. Әйтергә кәрәк, дини объект заманса уңайлыҡтар менән төҙөлгән. Мәсеткә газ, һыу үткән, йылы иҙән һалынған, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, айырым аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре  булдырылған.

Яңы мәсеткә инеүсе һәр кем саҙаҡа ҡумтаһына хәйер төшөрҙө, дини уҡыуҙар өсөн күпләп әсбаптар, намаҙлыҡ, баш кейемдәре бүләк ителде. Баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле бүләктәр араһында хаждан алып ҡайтылған Ҡөрьән дә бар ине.

Ғәйет байрамдарында бөтә ауыл халҡына мәсеттә ҡорбан ашатыу йолаһы ла йәшәп килә. Ошоно күҙ уңында тотоп һауыт-һаба — алдыр, каса-тәрилкәләр, ағас ҡалаҡтар алып килеүселәр булды. Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте термопот бүләк итте. Мәктәптең 49-сы сығарылыш уҡыусылары 8 өҫтәл, 17-се, 21-се, 42-се, 48-се сығарылыш уҡыусылары, шулай уҡ ғаиләләре исеменән Ришат Ирғәлин, Юнир Килдейәров, Айнур Шәмғолов, Азат Мырҙабаев, Исмәғил Мырҙабаев, Динис Хәмитов, «Ташбулатова Р.» ШП-һы ултырғыстар, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алыуға аҡса бирҙеләр. Сибайҙан Радик Ғибәҙуллин атлы уҙаман Мәсүғүт Мортазин мәсете тигән яҙыу менән мәрмәр таҡтаташ эшләтеп алып килде. Ташҡа ғына түгел, халыҡ хәтеренә уйылған яҡты исем бер ҡасан да онотолмаҫ, иншалла.

Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов:

— Әбйәлил мосолмандары менән электән ҡатнашып йәшәнек, бабайҙарығыҙ менән күп тәүриттәр, мәжлестәр үткәрҙек, мәсеттәр астыҡ.  Бер ваҡыт беҙ Ахайҙа Абдулла ағайҙа тәүриттә булдыҡ, унда Мәсүғүт ағай ҙа булған ине. Мин уға һынап ҡарап ултырҙым да, аҙаҡ: «Әйҙә, Хәлил ауылына мәсет төҙөйөк», — тип мөрәжәғәт иттем, сөнки был турала алдан һораусылар булғайны. Мәсүғүт ағай был бурысты ҡабул итеп алды, үҙе лә төҙөлөштә ихлас ҡатнашты, — тип 90-сы йылдар уртаһында Хәлил мәсетенә нигеҙ һалыусы тәүге имамды йылы хәтер менән иҫкә алды.

Мәсеттә тәүге намаҙ уҡылды, тәүге аҙан яңғыраны. Артабан кафела йөҙҙән ашыу кешегә ҡорбан ашаттылар. Был мәжлес тә вәғәздәр һөйләп бик матур уҙҙы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: