— Ағымдағы йылдың туғыҙ айында район буйынса 2 миллиард 155 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде, шуның 948 миллион һумы баҫыусылыҡҡа, 1 миллиард 207 миллион һумы малсылыҡ тармағына тура килә. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 861 миллион һумлыҡ продукция етештерҙе.
Район буйынса 79400 гектар һөрөнтө ер бар, шуның 2500 гектарын пар ерҙәре биләй. 76900 гектар сәсеү майҙанының 48300 гектарын иген культуралары, 8300 гектарҙы техник культуралар, 2200 гектарҙы картуф, йәшелсә биләне. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек етди булды. Бөтә баҫыу эштәре ваҡытында һәм сифатлы башҡарылды, минераль ашламалар индерелде. Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: 1100 тонна элиталы орлоҡ сәселде. 2000 гектарҙы ҡаты бойҙай биләне.
Ерҙә дым етерлек булғас, орлоҡ дәррәү шытып сыҡты. Сәсеүлектәрҙе химик утау ҙа ваҡытында башҡарылды. Тик июль, август айҙарының эҫе һәм ҡоро тороуы сәбәпле, күҙалланған уңышты йыйып алып булманы. Район буйынса уртаса төшөм гектарынан 18 центнер тәшкил итте, бөтәһе 85726 тонна уңыш алынды.
Төрлө хужалыҡтарҙа уңыш төрлөсә. Ергә яҡшы мөнәсәбәт булған, бар эштәр технологияны күҙәтеп, уңайлы агротехник мөҙҙәттә үтәлгән урындарҙа, әлбиттә, уңыш та юғары. «Красная Башкирия» хужалығында, мәҫәлән, тритикале гектарынан 58-60 центнер бирҙе. Ғөмүмән, ужым культураларының уңышы сағыштырмаса юғары булды, сөнки улар ерҙә дым барҙа нығынып ҡалды. Бойҙай менән арпаның да төшөмө насар түгел. Киләһе сәсеүгә орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ, йәғни 10,3 мең тонна орлоҡ һалынған.
Ҡышҡылыҡҡа районда 23 мең тонна бесән, 20 мең тонна һалам әҙерләнгән, 30 мең тонна сенаж, 27 мең тонна силос һалынған. Йәғни район буйынса бер баш малға 26 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Был запас йәмәғәт малын имен-аман ҡышлатып сығарыуға етерлек.
Мал аҙығы әҙерләү менән быйыл етди шөғөлләндек. Был мәсьәлә буйынса 28 майҙа хужалыҡ етәкселәре, белгестәр менән семинар үткәрҙек. Сөнки үләнде витаминдарға бай булған саҡта, иртәрәк сабыу отошло. Малдан юғары продукция алыу маҡсатында, туҡлыҡлы бесән биргән люцерна баҫыуҙарын йылдан йыл яңырта барабыҙ. Мал аҙығы культураларынан быйыл кукурузға өҫтөнлөк бирелде, уны бөтә хужалыҡтар ҙа сәсте. Сөнки был культура һөт етештереүҙе арттырыуҙа төп сығанаҡ.
Бөгөн һөт етештереүселәр ота, сөнки продукцияға хаҡ артҡандан арта бара. Шуныһы мөһим: һөт һатҡан хужалыҡтар, фермерҙар менән заводтар шунда уҡ иҫәпләшә. Беҙҙең фермаларҙың барыһында ла һөт һыуытҡыстар ҡуйылды, был продукцияны юғары һәм беренсе сорт менән тапшырырға булышлыҡ итә, тимәк, хаҡы ла юғары. Шуға ла киләсәктә малсылыҡты артабан үҫтерергә, һөт етештереүҙе арттырырға кәрәк. Бының өсөн әлбиттә, эшләйһе эштәр күп. Был тәңгәлдә хужалыҡтарға райондан ситкә сыҡмайынса, тәжрибә тупларға мөмкин — «Красная Башкирия» АХК-һында өсөнсө ферма заманса үҙгәртеп ҡорола, хужалыҡ бөтә төр күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә килә.
Районда 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы бар һәм уларҙың күптәре уңышлы эшләй. Р. Р. Юлдыбаев КФХ-һын, мәҫәлән, киң профилле тип әйтергә була, ул иген дә үҫтерә, һыйыр малы ла тота, һарыҡтар ҙа үрсетә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, ҡош-ҡорт та көтә. «Серпков» КФХ-һы ла малсылыҡта ла, игенселектә лә яҡшы уңыштары менән ҡыуандыра. Шулай уҡ Камил Зиннәтуллин, Азамат Бараков, Айбулат Вәлиев, Денис Һөйөндөков, Сания Мортазина һәм башҡалар эште һөҙөмтәле алып киттеләр. Эшләргә теләк кенә булһын, хөкүмәт яғынан төрлө ярҙам күрһәтелә. Хөкүмәт яңы эш башлаусыларға гранттар бирә. Әбйәлилдән былтыр — 4, быйыл тағы 4 кеше ошондай ярҙам алды.
Шуныһы ҡыуаныслы: район иген йыйыу, һөт етештереү һәм һатыу буйынса күпкә үҫеш менән бара. Ит етештереүҙә етешһеҙлектәр бар, уны бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Мал һаны бер аҙ кәмене. Йыл башына планлаштырыл-ған һанға етергә тейешбеҙ: һыйырҙар быҙаулай, «Красная Башкирия» АХК-һы 320 баш тоҡомло мал һатып ала.
Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса республика кәңәшмәһендә тулайым иген йыйыу күләме буйынса Әбйәлилдең тәүге 8 район иҫәбенә инеүен билдәләнеләр, был, әлбиттә, беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Һүҙемде тамамлап, райондың ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым, Әбйәлил, Башҡортостан, ил мәнфәғәтендә уңышлы эш теләйем.