+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
27 Апрель 2018, 11:58

Әҙерлек яҡшы кимәлдә

Районда яҙғы баҫыу эштәре киң ҡолас ала бара. Әбйәлил аграрийҙарының мөһим кампанияға әҙерлек кимәле хаҡында район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов менән әңгәмәләштек.

Районда яҙғы баҫыу эштәре киң ҡолас ала бара. Әбйәлил аграрийҙарының мөһим кампанияға әҙерлек кимәле хаҡында район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов менән әңгәмәләштек.

— Ғәлим Наил улы, баҫыуҙарҙа бөгөн ниндәй эштәр алып барыла?

— Көҙҙән ямғырҙар аҙ булыуы, ҡыш ҡарһыҙ килеүе сәбәпле, тупраҡта дым бик аҙ ине, әммә апрель айында яуған ҡарҙың, ямғырҙың файҙаһы ҙур булды.

Бөгөнгә аграрийҙар алдына ҡуйылған төп бурыс — күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, уларҙы өҫтәмә туҡландырыу һәм дым ҡаплау. Был мөһим кампанияны бөтә хужалыҡтар, КФХ-лар дәррәү башлап ебәрҙе: һәр ерҙә эш бара.

— Унан инде сәсеү мәле лә етә…

— Тупраҡты эшкәртеү тамамланыу менән иртә культуралар һаналған горчица, көнбағыш, етен кеүек һыуыҡҡа бирешмәүсән культураларҙы сәсеүгә төшәсәктәр. Ғәҙәти иген культуралары менән бер рәттән хаҡы түбән булһа ла, рентабелле, һәр саҡ һорау менән файҙаланған етен, рапс, горчица, көнбағыш сәсеү отошло икәненә инандыҡ. Көнбағышты үҫтереүгә ғәмәлдә сығымдар ҙур булһа ла, унан файҙа ла, төшөм дә яҡшы. Тик уны үҫтереүгә был культураны игеүгә ҡулайлаштырылған заманса техникаһы булғандар йөръәт итә ала. Артыҡ агротехник ысулдар талап итмәгән горчица менән етен, үҙҙәренән һуң сәселгән культуралар өсөн ерҙе йомшартыусы, азотҡа байытыусы, ҡый үләндәренән, ҡоротҡостарҙан таҙартыусы булараҡ та билдәле. Сәсеү әйләнешендә арпа, бойҙай, һоло кеүек культураларҙы алмаштырыуҙан файҙа юҡ — ауырыуҙар бер-береһенә күсә генә.

Хужалыҡтар техник культура булған шипкәнде (рыжик) сәсеү әйләнешенә индерҙе. Был тиҙ өлгөрөүсән культураны июль аҙағына, август башына йыйып алырға мөмкин. Һәм уны һатыуҙан килгән аҡсаны төп иген культураларының уңышын йыйыуға тотонорға мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа игенселек кимәле күтәрелде. Хужалыҡтар, КФХ етәкселәре үҙҙәрендә сәселгән культураларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә һәм, әйтергә кәрәк, һатырға ла өйрәнде.

— Ҡайһы бер хужалыҡтар техника паркын яңыртты тигәйнегеҙ…

— Һәр хужалыҡ үҙенсә тырыша, техникаһын яңыртыуға етди иғтибар бирә. Сөнки был сифатта сағыла. Миҫалға, Серпков хужалығы яҡшы дискатор алды. Ошо көндәрҙә «Башаҡ», Старцев, Серпков, Юлдыбаев хужалыҡтарына «Томь» яңы сәсеү комплекстары килде, киңлеге 10,6 метр булған заманса ҡоролма бер сменала 100 гектар ерҙе сәсергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә, комплекстарҙы һатҡан фирма урынға килеп, көйләү эштәрен үҙе башҡара һәм килешеү буйынса артабан да хеҙмәтләндереү ҡаралған. Был комплекстар тағыласаҡ «Кировецтар» ҙа әҙер, төҙөк.

— Үҫемлектәрҙе һаҡлау менән эш нисек тора?

— Был тәңгәлдә лә эштәр яйға һалынған. Элек хужалыҡтар препараттарҙы әле был, әле теге фирманан алды, шуға поставкалаусылар сифат өсөн яуап та бирмәне. Хәҙер хужалыҡтарҙың даими партнерҙары бар, был препаратты һатыу менән шөғөлләнеүсе фирма уның ғәмәлдә ниндәй файҙа биреүен фәнни яҡтан өйрәнә, йәғни теге йәки был препараттың үҙен ҡайҙа яҡшыраҡ күрһәтеүен урында тикшерәләр һәм гарантия бирәләр. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр барыһы ла ошондай даими партнерҙар менән эшләһә үҙҙәре өсөн отошло булыр ине. Минераль ашламаға түгелгән аҡса ла үҙен аҡлай. Күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын, ужым культураларҙы өҫтәмә туҡландырабыҙ. Былтыр ашлама планда ҡаралғанса 973 тонна индерелде, ағымдағы йылда ла был тәңгәлдә проблема юҡ.

— Яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителеш нисек?

— Был мәсьәлә хәл ителгән. Бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдарына кәрәк күләмдә аҡса алынды. Әле сифатлы яғыулыҡ тәҡдим иткән «Башнефть», Магнитогорск ҡалаһынан фирмалар менән эшләйбеҙ, ул урындарға ташыла. Сөнки сифатлы яғыулыҡ тотоноу күпкә отошло, насар яғыулыҡтан техника сафтан сыға һәм уны йүнәттереү ҡиммәткә төшә бит.

— Орлоҡтарҙың сифаты тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ…

— Һуңғы йылдарҙа бөтә хужалыҡтар ҙа тик кондицияға еткерелгән юғары репродукциялы орлоҡтар файҙалана. Үткән көҙҙә сәсеү материалы етерлек күләмдә һалынды. Тейешенсә ағыулау үткәрелде, уларҙың сығышы яҡшы. Бында үҙебеҙҙең сорт участкаһы булыуы ла ҙур роль уйнай, күптәр сәсеү материалын элиталы орлоҡ етештереүе менән билдәле ошо участканан алыуҙы хуп күрә.

— Саранча баҫыу ҡурҡыныс янамаймы?

— 8 йыл инде ул ҡоротҡос йөҙәтә. Беҙ хәҙер уларҙың ҡайһы баҫыуҙарҙа хәүеф янауын алдан күҙаллай алабыҙ. «Россельхозцентр» был ҡоротҡостар сығыу ихтималлығы булған баҫыуҙарҙа тикшереү үткәрәсәк һәм хәүефле тип табылған майҙандарҙы июль башынан эшкәртә башлайбыҙ. Күп хужалыҡтар сәсеүлектәрҙе химик утау барышында эшкәртергә өйрәнде. Эшкәртеүҙең һөҙөмтәһе бар — һуңғы йылда эшкәртелгән баҫыуҙарҙа саранча булманы. Ҡый үләндәренә ҡаршы гербицидтар ҡулланыла. Бында шуны ла билдәләп үтеү мөһим, хужалыҡтарҙа бөгөн за-манса һиптерткестәр булыуы эште һөҙөмтәле алып барырға булышлыҡ итә. Баҫыуҙарҙы ваҡытында эшкәртеү мөһим, бер-ике көн һуңлаһаң был эшкә тотонмаҫҡа кәрәк — һөҙөмтә булмаясаҡ.

— Бер һүҙ менән әйткәндә…

— Хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек яҡшы кимәлдә. Был мөһим сараны күмәк көс менән ваҡытында һәм сифатлы башҡарып сығырбыҙ, тигән ышаныста ҡалам. Ә игенселәргә йылдың уңай килеүен, сәселгән майҙандарҙың мул уңыш менән ҡыуандырыуын теләргә ҡала.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА әңгәмәләште.


Читайте нас: