Яҙ-йәй айҙары ҡыҙыу эштәр осоро. Йәй санаңды, ҡыш арбаңды әҙерлә тигәндәй, киләһе һыуыҡ миҙгелде алдан хәстәрләү, туҙған-иҫкергәнде йүнәтеү өсөн иң ҡулайлы мәл. Быйыл да көндәр йылыныу менән уҙған йыл башланған ҙур эштәр дауам итте, яңы төҙөлөш майҙансыҡтары хасил булды. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәновҡа мөрәжәғәт итеп, ошо хаҡта тулыраҡ һөйләүен һораныҡ.
— Фуат Рәфҡәт улы, районда ниндәй ҙур төҙөлөш эштәре планлаштырылған?
— Иң мөһим эштәрҙең береһе, Тупаҡ халҡы күптән һораған мәктәп төҙөү буйынса мәсьәлә урынынан ҡуҙғалды. Быйыл, ниһайәт, был маҡсатта 143 миллион һум аҡса бүленде. Ул республиканың 100 йыллығы айҡанлы төҙөләсәк социаль объекттар иҫәбенә индерелгән. Апрель айында ауыл халҡын ҡыуандырып 120 урынлыҡ белем усағы һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһына нигеҙ һалынды. Төҙөлөш эштәрен «Прогресс» фирмаһы башҡара, 2019 йылға улар объектты тапшырырға тейеш.
Быйыл һабантуй яңы урында уҙасаҡ. Иртә яҙҙан байрам уҙасаҡ аҡланды тәртипкә килтереү, ҡоролмалар төҙөү өҫтөндә эштәр бара.
Мораҡай ауылында Оло Ҡыҙыл йылғаһы аша былтыр төҙөлә башлаған күперҙең хаҡы — 29 миллион һум. Бында эштәрҙең яртыһынан күберәге тамамланған. «Магистраль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре объектты план буйынса көҙгә сафҡа индерергә тейеш булһа ла, июль айына уҡ тамамларға ниәтләйҙәр.
Таштимер ауылы янында ҙур, капиталь күпер төҙөүгә 77 миллион һум аҡса йүнәлтелде. «Уралмостстрой» ЯСЙ-һы күперҙе 1 октябргә файҙаланыуға тапшырасаҡ.
2013 йылғы ташҡындан һуң ярҙарҙы нығытыу проблемаһы киҫкен тора. Кесе Ҡыҙылдың ярҙарын нығытыуға проект эшләтеүгә 2 миллион, Оло Ҡыҙыл йылғаһына 3,6 миллион һум бүленде.
Район үҙәгендә фонтан төҙөүгә ошо көндәрҙә аукцион иғлан ителде. Подрядсы ойошма билдәле булыу менән июнь айында эш башланасаҡ һәм август аҙағына ул әҙер буласаҡ. Төҫлө, музыкаль фонтандың хаҡы 11 миллион 315 мең һум тип билдәләнә, ул «Заманса ҡала мөхите» федераль программаһы буйынса төҙөләсәк. Был программаның төп маҡсаты — йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, матурайтыу. Уға ярашлы, биш йыл эсендә ун ауылда, шул иҫәптән Асҡарҙа йәмәғәт урындары, балалар майҙансыҡтары тәртипкә килтереләсәк.
Беҙҙең алда торған тағы бер ҙур эш — район үҙәгенең Р. Дәүләтов урамындағы ҡатлы йорттарҙағы 72 фатирҙы, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһын, гимназияны, эске эштәр бүлеге һәм янғын һүндереү часын айырым йылытыуға күсереү. Был маҡсатта республиканан, райондан һәм халыҡтан 10 процент күләмендә аҡса йүнәлтеләсәк, эштең дөйөм суммаһы 31,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Подрядсы ойошма билдәләнгәс, август айында эште башлап, октябрь аҙағына тамамларға ниәтләйбеҙ.
Өҫтөнлөклө инвестиция проекты ярҙамында районда ҙур объект — «Цемикс» заводы төҙөләсәк. Төп эштәр башланғанға тиклем төҙөлөш майҙансығына юл һалыу, электр һәм газ һуҙыу-ҙы тамамларға тейешбеҙ. Завод 2019 йылда сафҡа индереләсәк.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ниндәй ремонт эштәре башҡарыласаҡ?
— Йылытыу миҙгеле имен, аварияларһыҙ үтеп китте. Асҡарҙың үҙәк ҡаҙанлығы күптән туҙып, серегәйне, тап шуның өсөн 5 миллион һумлыҡ реконструкция уҙғарыласаҡ. Был эште йылдам, ҡыҫҡа ваҡытта башҡарасаҡбыҙ. 1 миллион 700 мең һумға йылылыҡ селтәрен, шулай уҡ һыуүткәргестәрҙе ремонтлаясаҡбыҙ.
Курорт төбәгендә яңы таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү әллә ҡасандан хәл итеүҙе көткән мәсьәлә. Муниципаль район хакимиәте, «Яҡты-Күл» шифаханаһы, «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы һәм Магнитогорск металлургия комбинаты өлөшләтә финанслау буйынса килешеп, 2,5 миллион һумға яңы ҡоролма проекты эшләтмәксебеҙ. Киләһе йылдарҙа төҙөләсәк заманса таҙартыу ҡоролмаһы төбәктең был тәңгәлдәге проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк.
Михайловка халҡының үҙәгенә үткән ауыр мәсьәлә — һыу. Быйыл ул ыңғай хәл ителәсәк, әле бында һыу скважинаһы ҡаҙыу буйынса эштәр башланды. Көнсығыш-2 биҫтәһендә һыу үткәреүҙең икенсе этабы дауам итәсәк. 1 миллион 860 мең һумлыҡ проектҡа заказ бирелгән, уға ярашлы тулыһынса автоматлаштырылған станция төҙөләсәк. Был биҫтә халҡын ҡыуандырып, һөйөнөслө яңылыҡ еткергем килә: быйыл бында, ниһайәт, газ үтәсәк. «Газпром-газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте программаһы ярҙамында йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ» һуҙыласаҡ. Газ үткәреүҙе Өфөнән подрядсы — «Потенциал» ойошмаһы башҡара. Был эштәргә 78 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Икенсе йыл «Көнсығыш-1» биҫтәһе лә тулыһынса газификацияланасаҡ. Әлеге ваҡытта киләһе йылдарға газ үткәреү планы өҫтөндә ныҡлы эшләйбеҙ, башҡа ауылдарҙың да биҫтәләрен ошо программаға индермәксебеҙ.
Төбәк операторы буйынса йыл һайын ике ҡатлы йортто ремонтлайбыҙ. Быйыл район үҙәгенең Шайморатов урамындағы 5-се йорт һәм Үләнде станцияһындағы йорттоң ҡыйығы алыштырыласаҡ. Төп бурыс — туҙған, һыу үткәргән ҡыйыҡтарҙы тулыһынса яңыртыу, шунан һуң ғына йорттарҙың фасадын матурлау кеүек эштәргә тотона аласаҡбыҙ. Капиталь ремонтҡа түләмдәр йыйыу 82 процент тәшкил итә, күберәк йыйһаҡ, ҙурыраҡ эштәр башҡара алыр инек.
Ағымдағы йылдың яңылығы — ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм утилләштереү буйынса оператор билдәләнде. Хәҙер халыҡтың сүп-сарын сығарыу менән «Эко-Сити» ЯСЙ-һы шөғөлләнәсәк, ауылдарҙа киләһе йылдарҙа ҡыйлыҡ урындары бөтөрөү буйынса эш алып барыласаҡ. Яҡын арала ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм оператор вәкилдәре менән осрашып, ике яҡлы килешеү шарттары хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Әлбиттә, был эште ҡапыл ғына яйға һалып булмаясаҡ, халыҡты түләүле хеҙмәт менән ҡулланырға өйрәткәнсе байтаҡ ваҡыт талап ителәсәк.
— Юлдарҙы ремонтлау хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ. Асфальт һалыу планлаштырылғанмы? Ҡайҙа ҡырсынташ түшәү кеүек эштәр башҡарыласаҡ?
— Буранғолда асфальт түшәү быйыл тамамланасаҡ, юл ремонт-төҙөү идаралығы Белорет юлын ремонтлаясаҡ. Хәлил-Сибай юлына килгәндә, быйылға уның проекты ғына эшләнә. Уҙған йыл район үҙәгенең Мелиораторҙар, Механизаторҙар, Көнсығыш-2 биҫтәһенең И. Һиҙиәтов урамына һәм Хәлил ауылының Совет урамына асфальт һалыуға проект эшләтеүгә заказ бирҙек, ул быйыл әҙер буласаҡ. Хәҙерге талаптар буйынса проектһыҙ асфальт түшәп булмай, ә был бик оҙайлы процедура.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуҙары уҙасаҡ ун ауылда юлдар тәртипкә килтереләсәк, был маҡсатта республика бюджетынан төҙөкләндереү өсөн ҡаралған сараларҙан 1 миллион 874 мең һум аҡса бүленгән. Муниципаль юл фондынан 18 миллион һумға байтаҡ юлдарҙы тәртипкә килтереү планлаштырылған: район үҙәгенең Ленин урамында асфальт яңыртыласаҡ, Көнсығыш-1 биҫтәһендә ҡырсынташ түшәләсәк. Михайловка, Красная Башкирия, Озерный, Ташбулат, Ҡырҙас, Һәйетҡол, Буранғол, Ярлыҡап, Байым, Әбделғәзе, Гусев, Тупаҡ һәм Таштуй ауылдарында юлдар тәртипкә килтереләсәк. Бынан тыш, территориаль заказ буйынса бүленгән аҡсаға — 7 миллион 98 мең һумға Көнсығыш-2 биҫтәһенең күп урамдары, Ташбулат һәм Михайловка ауылдары юлдары йүнәтеләсәк.
— Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса ниндәй социаль объекттарҙа ремонт эштәре ҡаралған?
— Бикҡол башланғыс мәктәбенең яртылаш буш торған бинаһын халыҡтың һорауы буйынса балалар баҡсаһы итеп үҙгәртмәксебеҙ. Был маҡсатта 1 миллион 659 мең һум аҡса бүленә. Аукцион үтеп, подрядсы билдәләнеү менән эш башланасаҡ. Йәнгел ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында йылылыҡ селтәре, район үҙәгенең «Сулпылар» балалар баҡсаһында электр селтәренә капиталь ремонт яһаласаҡ. Красная Башкирияла музыка мәктәбе, район үҙәгенең йәш техниктар станцияһы янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирерлек итеп йүнәтеләсәк. Байым балалар баҡсаһының иҙәне, сантехузелы алыштырыласаҡ. Сиҙәмдең «Чебурашка» баҡсаһында ингән урын һәм фасад яңыртыласаҡ.
Йыл һайын мәктәптәрҙең ҡаҙанлыҡтарын алыштырабыҙ. Быйыл сиратта Буранғол, Әбдрәш, Гусев, һәм Ишҡол мәктәптәре. Ҡырҙас һәм Амангилде мәктәптәренә капиталь ремонт уҙғарыласаҡ. Әбделмәмбәт мәктәбендә спортзал ремонтланасаҡ. Шулай уҡ Ишҡол, Гусев, Амангилде мәктәптәренә канализация үткәреп, уңайлыҡтарҙы эстә эшләүгә проект әҙер. Киләһе йылдарға 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия биналарын капиталь ремонтларға планлаштырабыҙ. Райондың йөҙөн билдәләгән белем усаҡтары матур, заманса булырға тейеш.
Мәҙәниәт усаҡтары ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, 1 миллиондан ашыу суммаға Рауил, Бикҡол, Күсем, Әбделғәзе һәм Мәйгәштелә йылылыҡ системаһы яңыртыласаҡ. Ҡужан ауылы клубында былтыр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты буйынса башланған эште ахырына еткерәсәкбеҙ, унда 1 миллион 695 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк. Район мәҙәниәт һарайы реконструкциянан һуң тапшырылмаған, был эште атҡарып ҡуйыу өсөн смета документацияһы әҙерләнә. Дәүләт һәм Сиҙәмдәге мәҙәниәт усаҡтарын капиталь ремонтлау буйынса проект, документация эштәре быйыл теүәлләнһә, киләһе йылдан спорт залы, ял мөйөшө, кафеһы булған күп функциялы үҙәк итеп үҙгәртеләсәк.
Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһын ремонтлауға 836 мең һум аҡса бүленәсәк. Быйыл шулай уҡ Ишҡол ауылындағы янғын депоһы сафҡа индереләсәк. Асҡарҙа күп функциялы үҙәк ҙурайтыласаҡ.
— Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты урындағы бихисап проблемаларҙы бөтөрөүҙә әһәмиәте ҙур. Быйыл ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласаҡ?
— Эйе, ысынлап та, проект ярҙамында ауылдарҙа байтаҡ эштәр башҡарылды. Халыҡ кәрәкле тип һайлаған объекттарҙы йүнәтеүгә аҡсалата ярҙам итә, ҡул көсө кәрәкһә, дәррәү өмәгә лә сыға. Ағымдағы йылда Үтәгән мәктәбендә 1 миллион һумдан ашыу суммаға тәҙрәләр һәм ишектәр алыштырыласаҡ. Байым, Сиҙәм, Ҡушый, Тәпән, Күсем руднигы, Хәлил һәм Йәнгелдә урамдар яҡтыртыласаҡ. Исхаҡ, Таҡһыр, Покровка һәм Тупаҡ ауылдарының зыяраттары яңынан кәртәләнәсәк.
— «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы аша социаль объекттарҙы төҙөкләндереү, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән күп эштәр башҡарылды. Был программа ярҙамын тағы ҡайҙа күрәсәктәр?
— Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә балалар майҙансығы ҡуйыу һәм янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ алыу ҡаралған. Амангилде биләмәһендә — «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңыртыласаҡ һәм Рысҡужала балалар өсөн уйын майҙансығы буласаҡ. Асҡарҙа һәм Көнсығыш биҫтәләрендә урамдар яҡтыртыласаҡ. Байым биләмәһенең Туйыш ауылында ла диодлы лампалар ҡуйыласаҡ. Буранғолда белем усағының мәктәпкәсә йәштәге төркөмөндә һәм Һәйетҡол клубында тәҙрәләр алыштырыласаҡ. Гусев һәм Тал Ҡусҡары клубтарында ла тәҙрә яңыртыласаҡ. Дәүләттә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск ремонтланасаҡ һәм урамдар яҡтыртыласаҡ. Красная Башкирияла янғын хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк-яраҡ алыу, урамдарҙы яҡтыртыу ҡаралған. Рауил биләмәһендә: Тәпән ауылына балалар өсөн уйын майҙансығы, Дәүләтша клубына бильярд өҫтәле һәм диодлы лампалар алынасаҡ. Ташбулат ауылының мәҙәниәт усағына сәхнә костюмдары, Бикҡол башланғыс мәктәбенә тәҙрә, Яҡтыгүл ауылында ҡатлы йорттар кварталына уйын майҙансығы буласаҡ. Тупаҡта урамдар яҡтыртыласаҡ һәм клуб ремонтланасаҡ. Мәхмүт ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында тәҙрә-ишектәр яңыртыласаҡ, Әбделмәмбәт һәм Мәхмүттә диодлы лампалар ҡуйыласаҡ. Йәнгелдең «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәҙрәләр алыштырыласаҡ. Һаналған эштәрҙе башҡарыу өсөн республика бюджетынан 3 миллион 305 мең һум субсидия бүлеү ҡаралған.