-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
19 Октябрь 2018, 12:55

Юлдар — район көҙгөһө

Республикала иң яҡшы юлдар ҡайҙа? Әлбиттә, Әбйәлилдә! Сит тараф-тарҙан район сигенә килеп инеүселәрҙе көҙгөләй ялтырап ятҡан тип-тигеҙ юлдар ҡаршы ала.

Республикала иң яҡшы юлдар ҡайҙа? Әлбиттә, Әбйәлилдә! Сит тараф-тарҙан район сигенә килеп инеүселәрҙе көҙгөләй ялтырап ятҡан тип-тигеҙ юлдар ҡаршы ала. Өфө яҡтарына йыш йөрөүселәр ҙә беҙҙәге кеүек асфальт юлдарҙың бер ҡайҙа ла булмауын әйтер. Элек-электән район юлсылары эштәрен сифатлы башҡарыуы, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыуы менән дан тотто. Ошо көндәрҙә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Шул уңайҙан ДРСУ начальнигы Р. Л. Аҡсурин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Ринат Лотфулла улы, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ағымдағы йылда ниндәй эш күләме башҡарҙы? Ҡайҙарҙа юлдар төҙөкләндерелде?

— Беҙҙең төп эшмәкәрлек — автомобиль юлдарын төҙөү, ремонтлау һәм тотоу. Бөтәһе 630,75 километр юлдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, шул иҫәптән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге — 354, 9 километр һәм 275,85 километр район эсендәге юлдар. Бынан тыш, 36 күпер, 474 һыу торбаһы беҙҙең ҡарамаҡта.

Ағымдағы йылдың 9 айы эсендә 140 миллион һумдан ашыу суммаға эш күләме башҡарҙыҡ. Стәрлетамаҡ — Белорет —Магнитогорск автомобиль юлының өс участкаһын ремонтланыҡ, бында эш 34 миллион һумлыҡ булды. Асҡар — Дәүләт — Аэропорт юлында 14 миллион һумға 3 километр оҙонлоғондағы юлды төҙөкләндерҙек. Шулай уҡ күперҙәргә инеү юлдарын тәртипкә килтерҙек. Таштимер менән Әбйәлил ауылдары араһындағы яңы күперҙе төҙөү мәленә ваҡытлыса урау юл эшләнек.

— Предприятиеның матди-техник базаһы ниндәй? Автопарк заманса ҡеүәтле техника менән тулыланамы?

— ДРСУ-ның производство базаһы тейешле кимәлдә йыһазландырылған: автомашиналар һәм юл техникаһы өсөн ике йылы гараж, ремонт эштәре өсөн тәғәйен оҫтахана, АБЗ, асфальт етештереү процесын тулыһынса контролдә тотоусы үҙебеҙҙең лаборатория, ашхана бар. АБЗ юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн кәрәкле асфальт-бетон ҡатнашмалары сығара. Быйыл 18 мең тоннанан ашыу асфальт етештерелде. Предприятиеның йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ рәүештә кәрәкле материалдар менән тәьмин итеүсе карьеры һәм таш онтағыс ҡоролмаһы булыуы ла һәйбәт. Ағымдағы йылда 38 мең тоннанан ашыу ҡырсынташ сығарылды. Етештергән бөтә продукция стандарт талаптарына яуап бирә. Йылдан-йыл асфальт һалыу технологияһы ла яңыра, үҙгәрә бара, һуңғы осорҙа түшәгән юлдар гарантия мәленән дә оҙағыраҡ ваҡыт файҙаланырға яраҡлы буласаҡ, хатта ямғырлы йәки һыуыҡ миҙгелдә лә асфальт һалып йөрөгәндәренә аптырарға кәрәкмәй, заманса эш технологияһы быға мөмкинлек бирә.

Техникаға килгәндә: бөтәһе 46 берәмек, уларҙан 17 үҙбушатҡыс һәм 23 юл машинаһы. Һуңғы ике йылда автопаркыбыҙҙы 8 берәмеккә яңырттыҡ — дизелгә ҡарағанда экономиялы һәм таҙа һаналған газомотор яғыулығында эшләүсе үҙбушатҡыстар алдыҡ. Йөк ташыу нигеҙҙә үҙебеҙҙең көс менән башҡарыла. Быйыл водителдәр тарафынан бөтәһе 35211 тонна йөк ташылды.

— Әткәндәй, коллектив хаҡында бер-ике һүҙ. Намыҫлы эшләгән, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтһәгеҙ?

— Юл ремонт-төҙөлөш идаралығында 103 кеше эшләй, уларҙың 87-һе водителдәр, тракторсылар, машинистар, иретеп йәбештереүселәр, юл хеҙмәткәрҙәре. Төрлө һөнәр эйәләрен бер маҡсат берләштерә — улар барыһы ла район юлдары төҙөк, яҡшы торошта булһын өсөн тырыша. Коллективта бөтәһе лә үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарай, илке-һалҡы йөрөгәндәр бөтөнләй юҡ. Иң-иңдәр араһына водителдәр Кәбир Баймөхәмәтов, Язар Суфийәнов, Рәғип Нәсибуллин, Ирек Рысҡужин, Илфат Ишбулатов, Юлай Хәсәнов, Рәфҡәт Хәкимов, машинист-экскаваторсылар Руслан Йыһаншин, Булат Ғәлләмов, Нәғим Ҡарнаев, тракторсылар Мәҡсүт Мөхәмәтов, Айбулат Моталов, Фәнил Хәйбуллинды әйтер инем.

— ДРСУ хеҙмәткәрҙәре эш менән генә мәшғүл түгел, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша...

— Эйе, беҙҙең коллектив районда барған бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Йыр-моңға маһирҙар ҙа, спортты һөйөүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Мәҫәлән, быйыл район үҙәге ойошмалары араһында уҙған «Атайсал» фестивалендә ДРСУ гран-приға лайыҡ булды. Спорт ярыштарында һынатмай, призлы урындар яулап торабыҙ. Йыл да Сәскә байрамында еңеүселәр араһында билдәләнәбеҙ, быйыл да гран-при алдыҡ. Идаралыҡ ихатаһы оҫтабикәләребеҙҙең тырышлығы менән иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә сәскәгә күмелеп ултыра. Бына әле лә һыуыҡҡа ҡарамай, раузалар тирә-йүнгә йәм өҫтәй. Көн дә иртән ҡаршылаған был матурлыҡ тулы эш көнөнә еткәндәй яҡшы кәйеф, көс бирә.

— Ринат Лотфулла улы, һөнәри байрам уңайынан коллективҡа әйтер һүҙегеҙ барҙыр.

— Осраҡтан файҙаланып, барыһына ла фиҙаҡәр хеҙмәттәре, предприятиеға тоғролоҡ һаҡлағандары өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Артабан да район мәнфәғәтендә янып эшләргә, Әбйәлил юлдары иң яҡшыһы тигән данын юғалтмаһын өсөн тырышырға саҡырам. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, именлек теләйем.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА әңгәмәләште.


Читайте нас: