Беҙгә күрше ятҡан Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе берәүҙең һарыҡтары бруцеллез сиренә дусар булыуы асыҡланды. Күп тә тормай Уральский ауылындағы йылҡыларҙың да ошо уҡ сир менән ауырыуы билдәле булды. Бындай шарттарҙа Әбйәлилгә ҡурҡыныс янамаймы, сирҙе районға индермәү маҡсатында ниндәй саралар күрелә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район ветеринар станцияһының эпизоотик ауырыуҙарға ҡаршы отряд начальнигы Н. Ҡ. Нәжметдиновҡа мөрәжәғәт иттек.
— Намаҙбай Ҡорманай улы, иң элек бруцеллез сире хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп үтһәгеҙ ине…
— Хроник йоғошло булған был сир менән малдарҙың да, кешеләрҙең дә ауырыуы ихтимал. Инфекцияны сирле малдар тарата. Инә малдар ҡолон, быҙау, бәрәс һалғанда айырыуса ҡурҡыныс, сөнки яралғы ҡабығы һәм һыу менән бруцеллез таяҡсалары тышҡы мөхиткә күпләп бүленеп сыға. Кешегә ул ауырыу малдарҙы тәрбиәләгәндә, бруцеллез менән сирле малдың һөтөн, эремсеген, итен ашағанда, шулай уҡ ауырыу малдың йөнөн эшкәрткәндә, йәки ул аҫыралған ҡураны таҙалағанда йоғорға мөмкин. Малдарҙа бруцеллез ауырыуының төп билдәһе — уларҙың ҡолон, быҙау, бәрәс һалыуы йәки йәш малдың етлекмәй тыуыуы. Сирле малдарҙың алғы аяҡ быуындары шешә, улар насар ашай, енес ағзаларынан бүлендектәр аға, һөтө кәмей, елене шешә.
Был сирҙе йоҡторған кеше хәлһеҙләнә, ул тиҙ ҡыҙыусан булып китә, башы ауырта, быуындары, мускулдары һыҙлай, аппетиты юғала, тән температураһы күтәрелә. Әммә был симптомдарҙың булмауы ла мөмкин. Бруцеллез менән сирләгәндә ҡан тамырҙарына, нерв күҙәнәктәренә, һөйәк-быуындарға зыян килә.
— Учалы районындағы киҫкен хәлгә килгәндә…
— Планлы профилактик саралар ваҡытында малдарҙан ҡан алып, ветеринарҙар берәүҙең ихатаһында 15 һарыҡтың бруцеллез менән сирләүен асыҡлай. Ул күрше өлкәнән һарыҡ һатып алған, нәҡ шуларҙан ауырыу сыҡҡан да инде. Артабан ветеринарҙар ваҡ малдан тыш, һыйырҙарҙы, аттарҙы ла был сиргә тикшерә, йәмғеһе ике мең баштан ашыу малдан ҡан алына. Лаборатор тикшереүҙәр икенсе бер ауылда ике кешенең һәм бер фермерҙың аттарында шул уҡ сир барлығын күрһәтә. Йоғошло сир асыҡланыу сәбәпле, Яңы Байрамғол һәм Уральский ауылдарында карантин иғлан ителде. Мал һатып алыу, һатыу, хатта был малдарҙан алынған ит, һөт продукцияһын ҡулланыу ҡәтғи тыйылды. Сирле һарыҡтар бөтә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеп яндырылды һәм күмелде. Ҡура-һарайҙар дезинфекцияланды. Күршеләргә ярҙамға беҙҙең ветеринар хеҙмәткәрҙәр ҙә барҙы.
— Тимәк, малды ситтән индергәндә ветеринар талаптар үтәлмәгән булып сыға түгелме?
— Эйе, бына берәүҙең вайымһыҙлығы арҡаһында күпме кеше малынан яҙҙы. Малды һатҡанда-һатып алғанда ошондай осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн уларҙы тамғалау мөһим. Күптәр иҫәпләгәнсә, идентификация һалым түләтеү өсөн түгел, киреһенсә, малдарҙы йоғошло сирҙәрҙән аралау күҙлегенән сығып эшләнә. Йәғни уның әһәмиәтен мал тотоусы белергә тейеш. Беренсенән, был уларҙың хужаһын асыҡларға ярҙам итһә, икенсенән ауылда көтөү мәсьәләһен ҡарау, прививка эшләү, ҡан алыу эше еңелләшә, сөнки малды хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялауҙа мәғлүмәттәр берҙәм реестрҙа тора һәм һаҡлана.
Ситтән һатып алғанда ул малдар иң элек һатып алыусыла карантинда торорға, унан ҡан алынып, тикшерелергә тейеш, унан инде һатып алыусы ла шул уҡ 28 көн эсендә ошондай уҡ процедуралар үтәлергә тейеш. Малдың имен булыуы иҫбатланғас ҡына, ул дөйөм көтөүгә ҡушыла. Был талапты үтәмәгән һәм халыҡтың малы сирләүендә ғәйепле кешегә РФ Енәйәт Кодексының 249-сы статьяһына ярашлы штраф һалына, йәки уны ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
— Учалыға яҡын урынлашҡан Байымда был йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы юҡмы?
— Был тирә ауылдарға ауырыу инмәҫ, тип әйтеп булмай. Әле Байым биләмәһе ауылдарындағы 96 баш йылҡы малынан ҡан алынып, республика клиник лабораторияһына тикшереүгә ебәрелде.
— Республикала ҡотороҡ ауырыуы теркәлеүе хаҡында ла әлдән-әле ишетелә…
— Был тәңгәлдә хәл республикала көсөргәнешле булһа ла, беҙҙә әлегә; тотороҡло. Ошо арала ҡотороҡ күрше Баймаҡ районында теркәлде. Ауылдарҙа төлкөләрҙең кешеләрҙең ҡапҡаһына ингән осраҡтары күп. Бындай ваҡыттарҙа һаҡ булырға кәрәк һәм уның хаҡында шунда уҡ ветстанцияға, прокуратурға, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА әңгәмәләште.