-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
1 Февраль 2019, 11:15

Район йоғошло сирҙәрҙән имен

Тармаҡта ниндәй эштәр башҡарылған, ағымдағы йылға нимәләр күҙаллана? Былар хаҡында ветстанция начальнигы Р. Р. Ҡарабәндин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Райондың ветеринария хеҙмәте өсөн уҙған йыл нисек килгән? 2018 йылға билдәләнгән пландар үтәлгәнме? Тармаҡта ниндәй эштәр башҡарылған, ағымдағы йылға нимәләр күҙаллана? Былар хаҡында ветстанция начальнигы Р. Р. Ҡарабәндин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Рәсих Рәжәп улы үҙегеҙ етәкләгән хеҙмәт менән таныштырып үтһәгеҙ ине…

— Райондың ветеринария хеҙмәте селтәре район ветеринария станцияһын, серология кабинетын, ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһын, 8 ветеринар участканы, 7 ветпунктты, ветаптеканы, бәләкәй йорт хайуандарын ҡабул итеү кабинетын берләштерә.

Райондың именлеген 50 ветеринар табип күҙәтә. Шуларҙан 24 белгес юғары белемле, 9 ветфельдшер, 1 лаборант, 16 ветсанитар бар.

Бөтә ветеринар участкалар һәм пункттарҙың бөгөн үҙ бүлмәләре бар, улар ауыл биләмәләре хакимиәттәре биналарында урынлашҡан. Был уңайлы ла, сөнки ветеринарҙар малдарҙың именлеген, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшендә ауыл биләмәләре менән бергәләп эшләргә тейеш. Бөтә пункт-участкалар бүлмәләре йыһаз, һыуытҡыс һәм компьютерҙар менән тәьмин ителгән.

Район биләмәһендә 12 үләт соҡоро бар, уларҙа ветстанция хеҙмәткәрҙәре планға ярашлы дезинфекция, яҙғы-көҙгө тикшереүҙәр уҙғара.

— Районда эпизоотик хәл торошо нисек?

— Йоғошло һәм хайуандар һәм ҡоштарҙың айырыуса ҡурҡыныс сирҙәренән район имен. Эпизоотик хәлгә ҡаршы саралар планға ярашлы һәм теүәл башҡарыла. Районда 30551 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 14611 баш һыйырҙар, 305 баш сусҡа, 8219 баш йылҡы, 40135 баш ваҡ мал иҫәпләнә. Уҙған йыл һыйыр малдары туберкулезға, аттар, ваҡ мал, һыйырҙар бруцеллезға, аттар маңҡа ауырыуына тулыһынса тикшерелде.

— Бындай күләмдәге малдарҙы булған хеҙмәткәрҙәр көсө менән хеҙмәтләндерергә өлгөрәһегеҙме?

— Бер ветеринарға 819 баш тура килә. Был ҙур һан, әлбиттә, шуға күрә идаралыҡтан штатты бер нисә кешегә арттырыуҙы һорайбыҙ. Шулай уҡ бер участканы дауалау учреждениеһы, бер пунктты участка итеп ҙурайтыуға ла рөхсәт көтәбеҙ.

— Ауырыуҙарҙы профилактиклау эше нисек ҡуйылған?

— Был маҡсатта бөтә малдарға түләмәгә ҡаршы привикалар яһалды, улар, шулай уҡ эт-бесәйҙәр ҙә ҡотороҡ ауырыуына ҡаршы эшкәртелде. Һыйыр малдары дерматитҡа ҡаршы эшкәртеү үтте. Йорттағы сусҡалар һәм ҡабандар тағун сиренә тикшерелде.

Малдарҙа эхиноккоз ауырыуын профилактикалау буйынса ҙур эш башҡарылды. Хәлде тотороҡло тотоу маҡсатында эттәргә гельминттарға ҡаршы саралар күрелде.

Ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм шәхси хужалыҡтарҙы тикшергәндә һыйыр малдарында лейкоз осраҡтары күп. Инфекцияны таратыуға юл ҡуймау маҡсатында һәм таможня союзының техник регламентына ярашлы уҙған йылдың 1 июленән һатыу өсөн малдар мотлаҡ һуйыу цехтарында ғына һуйылырға тейеш.

— Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙға ошондай цехтар тураһында ла мәғлүмәт еткерһәгеҙ ине.

— Беҙҙә районда бөгөн мал һуйыу буйынса ике махсус пункт эшләп килә. Асҡарҙа Ш. А. Фәттәхованың шәхси предприятиеһы һәм Йәнекәйҙә фермер Азамат Абсаҙыевтың һуйыу майҙансығы тулы көсөнә эшләй. Был махсус урындарҙа улар эш башлағандан алып 216 баш һыйыр малы, 15 баш ат, 7 баш сусҡа һуйылды.

Бөгөн Ишҡолда («Ишҡол» АХК-һы), Северныйҙа (В. Серпков) һәм Булатта (М. Байбулатов) һуйыу майҙансыҡтары төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә.

Мал һуйыу майҙансыҡтарын шулай уҡ Йәнгел, Ғәбдин, Амангилде, Буранғол, Айыуһаҙы ауылдарында асыу күҙаллана.

— Белеүебеҙсә, районда малдарҙы биркалау эше бара. Был тәңгәлдә эштәр нисек тора?

— Хужалыҡ итеүҙең бөтә төрҙәрендәге малдар мотлаҡ биркаланырға тейеш. Уларға ҡуйылған QR-код мал тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгә районда булған һыйыр малдарының 99 проценты, йәғни 23999 баш, һарыҡ-кәзәләрҙең 21,6 (7723 баш), сусҡалар тулыһынса биркаланды. 1383 баш йылҡыға, был тотош күләмдең 16,7 проценты, чип ҡуйылды. Был тәңгәлдә эштәр дауам ителә. 1 апрелгә тиклем ваҡ малды биркалауҙы тамамларға тейешбеҙ, әле был эш Йәнгел, Байым ауыл биләмәләрендә алып барыла. Артабан эт-бесәйҙәргә һәм бал ҡорттарына сират етә.

— Күренеүенсә, йыш ҡына юл-транспорт фажиғәләренә сәбәпсе булған, сабынлыҡтарҙы-сәсеүлектәрҙе тапаған аттар буйынса эшләргә лә эшләргә икән…

— Нисек кенә ауыр булмаһын, был эште тулыһынса атҡарып сығырға тейешбеҙ. Йылҡы аҫраусылар менән кәңәшмә уҙғарылды, улар араһында был тәңгәлдә аңлатыу эштәре даими алып барыла. Әле өҫтәп сканер һәм чиптарға заказ бирелде.

— Малдар тураһындағы бөтә мәғлүмәт бер системала теркәлә тигәйнегеҙ.

— Малдар тураһында мәғлүмәттәр «Регагро» системаһына индерелә. Был системаны ҡулланыу ветеринар табиптарға малдарҙы теркәү, уларҙың иҫәбен алып барыу, ветеринар белгестәрҙең эшмәкәрлеген планлаштырыу һәм контроллек итеү, эпизоотик хәлде контролдә тотоу һәм кәрәкле отчет тултырыуҙа эштәрен еңеләйтә һәм ветеринария өлкәһендә мәғлүмәттәрҙе цифрлаштырыуға булышлыҡ итә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА әңгәмәләште.

Читайте нас: