-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
3 Сентябрь 2019, 17:02

Әҙерлек дәррәү бара

Тотош Рәсәйҙәге кеүек, районда ла 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды.

Тотош Рәсәйҙәге кеүек, районда ла 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Дәүләт алдында торған оло бурыстарҙы билдәләргә мөмкинлек биргән был мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлә-неү маҡсатында районда ниндәй эштәр алып барылыуы хаҡында Әбйәлилдәге халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный В. М. Гәрәев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Вильям Муллаҡай улы, халыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәк, был сараның маҡсаты һәм бурыстарын әйтеп үтһәгеҙ ине...

— Халыҡ иҫәбен алыу ил нисек йәшәй, унда ниндәй иҡтисади-демографик үҙгәрештәр бара, халыҡтың тормош кимәле, йәшәү рәүеше нисек булыуын асыҡлау кеүек һорауҙарға яуап алыу өсөн уҙғарыла. Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары демографик хәлде яҡшыртыуға, социаль һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дәүләт программаларын әҙерләү өсөн сығанаҡ булып тора, халыҡтың матди, белем һәм мәҙәни кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Унда ҡатнашҡан һәр кем үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә һәм шуның менән киләсәккә социаль программалар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Шуны ла әйтергә кәрәк, берләшкән Милләттәр ойошмаһы халыҡ иҫәбен алыуҙы «0» һанына тамамланған йылдарҙа үткәрергә тәҡдим итә. Был Ер йөҙөндә халыҡтың составын һәм һанын бер ваҡыт арауығында асыҡлау өсөн эшләнә. Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1-31 октябрендә үткәрелә.

— Районда әҙерлек эштәре нисек бара?

— Беҙҙә был кампанияға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса махсус комиссия төҙөлдө. Яҙ көнө үк ауыл урамдарының исемдәрен аныҡланыҡ. Бынан һуң ауыл биләмәләре беҙгә биргән исемлектәрҙәге күрһәтелгән йорттарҙың номерын, унда йәшәгән кешеләр һанын федераль мәғлүмәти адрес системаһындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырҙыҡ.

Шулай уҡ регистраторҙарҙы уҡытыуҙы ойошторҙоҡ, улар тағы бер тапҡыр йорттар буйлап йөрөп сыҡты, адрестарҙы аныҡлап, уларҙы картографик материал менән сағыштырҙы, булған үҙгәрештәрҙе теркәне. Мәҫәлән, яңы һалынған йорттар тураһында мәғлүмәттәр индерелә, һүтеп алынған йәки янған өйҙәр исемлектән алып ташлана.

— Буласаҡ кампания башҡаларынан нимәһе менән айырыла?

— Элекке халыҡ иҫәбен алыуҙарҙа иҫәпсе һәр йорт, фатир буйлап йөрөнө, киләһендә лә был төп ысул буласаҡ. Тик, үткәненән айырмалы рәүештә, ауыл биләмәләрендә стационар иҫәп алыу участкалары ойоштороласаҡ. Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен теләмәһә, стационар иҫәп участкаһына барып үҙе хаҡында мәғлүмәт бирергә мөмкин. Икенсенән, 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы тәүге тапҡыр интернет аша үткәрелә, һәр кем дәүләт хеҙмәтләндереүе (Госуслуги) порталы аша анкета һорауҙарына үҙаллы яуап бирә ала.

— Ауыл ерендә был ысулды ҡуллана алырҙармы икән?

— Былтыр алдан һынап ҡарау маҡсатында халыҡ иҫәбен алыу үткәргәндә республикала 12 меңдән ашыу кешене йәлеп итеп, ошо алымды ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Ил буйынса бер миллиондан ашыу кеше интернет аша халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙаллы ҡатнашты. Киләһе йыл был ысулға күберәк халыҡты йәлеп итеү күҙаллана.

— Анкетала ниндәй һорауҙар ҡаралған?

— Анкета һорауҙары әлегә рәсми рәүештә раҫланмаған, был хаҡта билдәле булғас, тулы аңлатма еткерербеҙ. Шуныһы асыҡ: һорауҙар элеккеһенән әллә ни айырылмаясаҡ.

Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: халыҡ иҫәбен алыу теркәү урыны буйынса түгел, ә ғәмәлдәге йәшәү урыны буйынса үткәрелә. Шуға кешеләрҙең даими йәшәгән урыны асыҡлана. Регистраторҙар ошо көндәрҙә был эштәрҙе тамамлай һәм бөтә мәғлүмәттәр компьютерға индерелә һәм картографик материал һанлы форматта Башҡортостанстатҡа бирелә. Был карталар халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә файҙаланыласаҡ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: