— Һайлау комиссиялары тарафынан бөгөнгө көнгә ниндәй эштәр башҡарылды?
— Эш ике йүнәлештә бара: тауыш биреүгә әҙерлек һәм сарала ҡатнашасаҡ кешеләр өсөн санитар нормалар талаптарын үтәү.
Тауыш биреү биналары, техник ҡорамал, оргтехника, халыҡҡа тауыш биреү ысулдары тураһында мәғлүмәт еткереү буйынса күләмле эш атҡарылды. Өҫтәмә рәүештә КОИБ-тар урынлаштырыласаҡ участкаларҙа комиссия ағзаларына уҡытыу уҙғарыла. Муниципалитеттарҙа мәғлүмәти баннерҙар ҡуйылды, матбуғат һәм телевидение аша тауыш биреү тәртибе даими аңлатыла.
Тауыш биреүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә килгәндә, участка һайлау комиссиялары ағзаларына шәхси һаҡлыҡ саралары, битлек, бирсәткәләр таратылды. Тауыш биреүгә битлекһеҙ килгән кешеләргә лә ишек янында битлек тапшырыласаҡ. Дезинфекциялау буйынса кәрәкле нәмәләр етерлек алынды, ике сәғәт һайын тауыш биреү урынында санитар таҙартыу үткәреләсәк.
— Роспотребнадзор тарафынан ниндәй талаптар ҡуйылды?
— РФ Үҙәк һайлау комиссияһы Роспотребнадзорҙың федераль хеҙмәте менән берлектә яңы санитар ҡағиҙәләрҙе раҫланы. Документҡа ярашлы, участка һайлау комиссияһы ағзаларынан коронавирусҡа тест алыу мотлаҡ шарт түгел, быны эшләүҙе, эпидемиологик хәлгә ҡарап, төбәктәр үҙҙәре хәл итә.
Тәүҙә тауыш биреү урынын тышта, асыҡ һауала, мәҫәлән хәрби ялан палаткаларында, ҡуйыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла ине. Был пункт та мотлаҡ түгел тип табылды, әгәр бинала бөтә шарттар күҙәтелә икән, тауыш биреү эстә лә башҡарыла ала.
Комиссия ағзаларына паспортты күрһәтеү өсөн ныҡ яҡын килергә кәрәкмәй, күҙ күреме ерҙә торорға мөмкин.
Участкаға битлек, бирсәткә кейеп килергә, социаль дистанцияны күҙәтергә тәҡдим ителә, участкала сират йыйылыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Бөтә санитар нормалар теүәл үтәлһә, 1 июлдә тауыш биреү участкалары иң хәүефһеҙ урын буласаҡ.
— Тауыш бирергә килгән кешенең тән температураһы күтәрелеп китһә, ни эшләргә?
— Әгәр үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, һайлау участкаһына килмәгеҙ. Өйгә комиссия ағзаһын һәм табипты саҡырырға һәм өйҙә тауыш бирергә була.
— 65 йәштән оло кешеләр нисек тауыш бирәсәк?
— Башҡортостан Башлығы ҡарарына ярашлы, төбәктә оло йәштәгеләр өсөн үҙҡурсалау режимы һаҡлана. Шуға күрә уларҙың өйҙә тауыш биреүе яҡшыраҡ. Алдан тауыш биреү 25-нән 30 июнгә тиклем бара. Өйҙә тауыш биреү өсөн участка һайлау комиссияһына ғариза яҙырға кәрәк. Шул уҡ мәлдә ғаризаны оло йәштәге кешенең туғаны, опекуны йәки социаль хеҙмәткәр ҙә яҙа ала.
— Тауыш биреүҙең тағы ниндәй формалары ҡулланыла?
— Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө ул — ғәҙәттәге һайлау түгел. Уны үткәреү буйынса талаптар закон тарафынан нығытылды. Бөтә үҙгәрештәр граждандарҙың именлеге өсөн эшләнде. Әйтеп үтеүемсә, кешеләр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын бер аҙна алдан 25-нән 30 июнгә тиклем төбәк һәм участка һайлау комиссияларына мөрәжәғәт итеп башҡара ала. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә була. Өйҙә тауыш биреү һаулығы насар булған ололарға, сабыйҙары бәләкәй булған әсәйҙәргә һәм физик мөмкинлеге сикле булған граждандарға рөхсәт ителә. 17 июнгә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, өйҙән тауыш бирергә теләүсе 8823 кешенән ғариза алынған.
— Йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәкме?
— Йәмәғәт күҙәтеүселәренең дә роле ҙур. Уларҙың булыуы участка һайлау комиссиялары ағзаларына яуаплылыҡ өҫтәй, һайлауҙың асыҡ үтеүенә нигеҙ булып тора. Күҙәтеүселәрҙең төп эше — тауыш биреү процедураһы үтәлешен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итеү. Шуның өсөн уларҙы төплө уҡытыу һәм өйрәтеү мөһим. Улар нимәгә иғтибар итергә икәнлеген аныҡ белергә һәм юҡ-барға бәйләнеп, тауыш биреү процедураһына ҡамасауламаҫҡа тейеш. Халыҡ-ара йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡаралмаған.
Киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн алдан аккредитация уҙғарыла һәм улар тауыш биреү барышын яҡтырта.
Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте шулай уҡ конституция2020.рф махсус сайтында, үҙәк һайлау комиссияһы сайтында һәм 8-800-20-000-20 телефоны аша таба алаһығыҙ. «Ҡыҙыу линия» телефондары: 8 (347) 280-95-06, 280-96-34.