— Батыр Харис улы, үҙҡурсаланыуҙан, унан аҙаҡ оҙон йәйге каникулдан һуң балалар ныҡ ҡына һағынып өлгөргән белем биреү ойошмаларында ниндәй эштәр башҡа-рылды һәм улар уҡыу йылын башларға әҙерме?
— Районда 74 мәғариф учрежде-ниеһы, шул иҫәптән 59 мәктәп, 10 балалар баҡсаһы, 25 мәктәпкәсә төркөм, 5 өҫтәмә белем биреү усағы эшләй. Уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ремонт эштәрен, янғынға ҡаршы һәм санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе, террор-ға ҡаршы саралар күреүҙе һәм уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырыуҙы үҙ эсенә алған матди-техник базаны нығытыу буйынса ҙур күләмле эштәр башҡарылды. Һамар балалар баҡсаһында һыуүткәргес сафҡа инде, капиталь ремонтҡа 725 мең һум аҡса йүнәлтелде. Красная Башкириялағы «Малыш» балалар баҡсаһын ремонтлауға 4347052 һум бүленде, авария хәлендә булыу сәбәпле бер нисә йыл элек ябылған төркөм тиҙҙән кескәйҙәрҙе ҡабул итәсәк. Салауат мәктәбендә мәктәпкәсә төркөм булдырыла, был маҡсатта 3143473 һум аҡса бүленде. 1265000 һумға Ташбулат, Йәнгел мәктәптәренең коридорҙарына керамогранит плитәләре түшәлә. «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проекты сиктәрендә Хәмит мәктәбендә спорт залы капиталь ремонтланды, ул өс кимәл бюджеттан 1530718 һумға финансланды. Тәпән, Рауил, Озерный, Әүнәш, Күсем руднигы, Красная Башкирия, Салауат һәм Таштимер мәктәптәрендә йылы бәҙрәфтәрҙе капиталь һәм ағымдағы ремонтлауға 1 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. «Берҙәм Рәсәй» партия-һының «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында 1298000 һумға Хәлил, Яҡтыкүл ауылдарында балалар баҡсаларының тәҙрәләре алыштырылды, һуңғыһында быға өҫтәп йыһаздар яңыртылды, Гусев мәктәбенең спорт майҙансығы төҙөкләндерелде. «Һанлы белем биреү мөхите» проекты сиктәрендә Михайловка урта мәктәбенең информатика кабинеты йыһазландырыла. Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәрендә «Үҫеү нөктәләре» булдырыла, кабинеттар әҙерләнде, информатика, ОБЖ, технология уҡыу дисциплиналары буйынса заманса һәм һанлы уҡыу ҡорамалдары ҡайтарыу бара. Дәүләт, Буранғол, Тупаҡ, Гусев белем усаҡтарында «Мәктәптәргә — спорт көрәше» федераль программаһы тормошҡа ашырылды, көрәш секцияһы өсөн йыһазландырылған залдар булдырылды. Белем биреү ойошмаларын террорҙан һаҡлау буйынса эш дауам итә, был маҡсаттағы эштәргә ағымдағы йылда 2588000 һум аҡса йүнәлтелде. Янғынға ҡаршы саралар менән тәьмин итеүгә район бюджетынан миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Мәктәптәрҙе йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса эштәр дауам итә, 8 белем усағында ҡаҙанлыҡтар яңыртыла. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән 1-се Асҡар мәктәбе 2 яңы автобуслы булды. Бөтәһе 36 мәктәп автобусы 63 ауылдан 22 белем усағына уҡыусыларҙы алып йөрөйәсәк. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән сараларға 20 меңгә яҡын дана дәреслек һатып алынды. Дәреслектәр менән тәьмин ителеш 100 процент тәшкил итә. Август дауамында мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү буйынса ведомство-ара комиссия эшләне һәм әҙерлек кимәлен яҡшы тип баһаланы.
Уҡыу йылына старт биреүсе мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе быйыл онлайн режимда үткәрелә. Белем усаҡтары юғары белемле педагогтар менән комплектлаштырылды. Математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары буйынса кадрҙар мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе менән Яңы Балапан урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы килде.
— Уҡытыу процесы нисек ойошторола? Мәктәптәрҙә Белем көнө нисек уҙасаҡ?
— 2020-2021 уҡыу йылын ҡатмарлы шарттарҙа башларға тура килә. Уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһен оҙаҡ өйрәнгәндән һуң республикала, санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп, 1 сентябрҙән балаларҙы традицион формала уҡыта башларға ҡарар ителде. Белем көнөнә арналған линейкалар бөтә уҡыусыларға ла ҡағылмай. Мәктәптә тантаналар беренсе класҡа килеүселәргә, сығарылыш 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн айырым ваҡытта, ата-әсәләрһеҙ уҙғарыла. Мәктәпкә тәүгә килгән кескәйҙәрҙе оҙатыусы өлкәндәр ситтән генә күҙәтә ала. Ә ҡалған кластар уҡытыусылары менән онлайн рәүештә осрашасаҡ. БСТ каналынан сәғәт 10-да республика Башлығы Р. Ф. Хәбиров Белем көнө менән тәбрикләп, уҡыу йылына башланғыс бирәсәк. Белем усағында һәм өйҙә дистанциялы рәүештә уҙған линейкаларҙан һуң, бөтә уҡыусылар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәрескә ҡушыласаҡ.
— 2 сентябрҙән ҡәҙимгесә уҡыу башланасаҡмы?
— Эйе. Тик яңыса шарттар, ҡәтғи талаптар менән. Битлек мотлаҡ. Мәктәпкә инеү менән уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың тән температураһы үлсәнә. Ингән урында күмәк кеше йыйылмаһын өсөн белем биреү учреждениеһында бөтә ишектәр ҙә асыҡ буласаҡ. Социаль дистанцияны үтәү бөтәһе өсөн дә мөһим талап. Дәрестәр 35 минут дауам итәсәк. Кабинет системаһы индерелә. Физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан башҡа дәрестәрҙә элекке кеүек кластан класҡа йөрөп уҡыу тыйыла. Физкультура дәрестәре мөмкин булғанса тышта үткәреләсәк. Тамаша залдары ваҡытлыса бикле ҡала. Сөнки күмәк саралар уҙғарылмаясаҡ. Тәнәфестәр, ашханаға барыу ваҡыты «йөҙөп йөрөүсе» буласаҡ. Мотлаҡ рәүештә графикка ярашлы кластарҙы һәм коридорҙы елләтәсәктәр, һәр ике сәғәт һайын улар дезинфекция саралары менән эшкәртеп тороласаҡ.
Белем биреү учреждениелары дезинфекция саралары, антисептиктар, контактһыҙ термометрҙар, бактерицид лампалар менән тәьмин ителде. Шулай уҡ уҡыусыларға күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр таратып биреләсәк. Ашханаларға һауа рециркуляторҙары ҡуйыласаҡ. Мәктәпкә автобус менән йөрөгән балаларҙың хәүефһеҙлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Автобусҡа ултырыр алдынан уларҙың температураһы үлсәнә, водителдәр битлек режимын күҙәтәсәк һәм транспорт сараһына дезинфекция үткәрелеп торасаҡ.
— Яңынан дистанциялы уҡыуға күсеү тураһында ла халыҡ араһында һүҙҙәр күп йөрөй. Шулай булыуы мөмкинме? Балаһын мәктәпкә йөрөтөүгә ҡаршы ата-әсәләр ҙә юҡ түгел…
— Мәктәптә белем алыуға бер ни етмәй. Быны уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә яҡшы аңлай. Белем усаҡтарында хәл имен булһын тигән теләктә, инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн мөмкин булғанса тырышлыҡ һалына ла инде. Хроник сирҙәре булған балалар, йөрәк ишемияһы, шәкәр диабеты менән ауырыусылар дистанциялы уҡырға тейеш. Шулай уҡ хроник сирҙәргә дусар уҡытыусылар ҙа дистанциялы рәүештә эшләү хоҡуғына эйә. Әгәр ата-әсә балаһын өйҙән уҡытырға теләһә, быға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ. Ул уҡыусы һабаҡташтары менән бергә, тик онлайн тәртиптә шул уҡ дәрестә ултыра ала.
Дистанциялы уҡыуға күсеү-күсмәү мәсьәләһе эпидемиологик хәлдән тора. Класта бер бала сирләгән осраҡта ул класс ике аҙнаға карантинға ябыла. Балалар был осорҙа уҡыуҙы дистанциялы дауам итә һәм хәүеф ваҡыты уҙғас, барыһы ла яҡшы булһа, кире мәктәпкә йөрөй башлай.
— Өҫтәмә белем биреү усаҡтары асыламы? Балаларға түңәрәктәргә йөрөргә яраймы? Былтыр биш көнлөк уҡыуға күскәндән һуң барлыҡҡа килгән төп уҡыуҙан тыш дәрестәр нисек уҙасаҡ?
— Шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп өҫтәмә белем усаҡтары ла тәрбиәләнеүселәре өсөн ишектәрен аса. Балалар ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса түңәрәк-секцияларға йөрөй ала. Төп уҡыуҙан тыш дәрестәрҙе дистанциялы рәүештә үткәреү күҙаллана.
— 1 сентябрҙән балалар баҡсалары ла кескәй тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итәсәк...
— Мәғариф учреждениеларын ҡабул итеү буйынса ведомство-ара комиссия мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын да ҡараны, ҙур етешһеҙлектәр асыҡланманы. Пандемия шарттарында ошоға тиклем район буйынса 16 балалар баҡсаһында 32 дежур төркөм эшләп килде. Шуға күрә баҡсаларҙың тулы ҡеүәтендә лә, хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, һәйбәт эшләп китеренә өмөтләнәм. Бөтә учреждениелар ҙа шулай уҡ термометрия, дезинфекция саралары менән тәьмин ителде. Төркөмдәргә 15-тән артыҡ бала ҡабул итмәй торорға тигән ҡарарға килдек. Райүҙәк баҡсаларына ғына был сикләүҙе индереп булмай — балалар һаны күп, ата-әсәләр эшләй.
— Тағы ла мәктәп темаһына әйләнеп ҡайтып, туҡланыу мәсьәләһенә туҡталайыҡ.
— Яңы уҡыу йылынан индерелгән төп яңылыҡ — I-IV класс уҡыусылары мәктәп ашханаһында бушлай туҡланасаҡ. Федераль бюджеттан аҡса бүленде. Бер балаға туҡланыу хаҡы көнөнә 55 һумдан тура килә. Эҫе туҡланыу берҙәм меню буйынса ойошторола. Дәүләт комитетынан өс төрлө меню һәм методик тәҡдимдәр ебәреләсәк. Күп балалы ғаиләләрҙән балалар ҙа ошо уҡ меню буйынса бушлай ашаясаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар ике тапҡыр туҡлана, уларға көнөнә 110 һум ҡаралған.
— Мәктәп формаһы тураһында...
— Беҙҙең район республикала берҙәм мәктәп формаһы индереү буйынса пилот проектта ҡатнаша. Ата-әсәләргә был хаҡта алдан хәбәр ителде, тегеүсе ойошмалар вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Август башында өс көн дауамында форма һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатыу ителде. Өлгөрмәй ҡалғандар өсөн 25 августа тағы ла сауҙа ойоштороласаҡ. Берҙәм форма белем усаҡтарына яйлап индерелә. Ата-әсәләргә уны мотлаҡ һатып алығыҙ тигән талап ҡуймайбыҙ. Әлегә был проектҡа I-V кластарҙы йәлеп иттек. Кейемдәргә «Башҡортостан уҡыусыһы» тигән билдә әҙерләп өлгөртөлмәгән, уларҙы һуңыраҡ алып киләсәктәр.
— Яңы уҡыу йылы уңайынан теләктәрегеҙ...
— Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, сабырлыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Пандемия үтәсәк, вирус еңеләсәк. Ә хәҙергә махсус режим шарттарында бөтә талаптарҙы күҙәтеп, ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк. Коллегаларым өсөн еңел булмаған, икеләтә, хатта өсләтә көсөргәнешле уҡыу йылы башлана. Техник персоналдың, ашхана хеҙмәткәрҙәренең дә эше бермә-бер арта. Күмәкләп, берҙәм көс менән ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тип ышанам. Уҡыусыларға, ата-әсәләрҙең өмөттәрен аҡлап, тырышып уҡырға ҡала.