— тип сәләмләүсе яҡташыбыҙ, «Инстаграм»дағы «Башҡорт йорт хужабикәһе» («Башкирская домохозяйка») аккаунтының хужабикәһе Миләүшә Шәйхисламова яңыраҡ Өфөлә уҙған башҡорт блогерҙарына «БашИнста – 2020» премияһын тапшырыу сараһында ике номинацияла еңеү яуланы. Әйткәндәй, тауыш биреү юлы менән ни бары ун номинация билдәләнде, һәм Миләүшә, иң күп «лайыҡ»тар йыйып, «Халыҡ блогеры», «Йыл вайнеры» исемдәренең бәхәсһеҙ еңеүсеһе булды. Уның «Инстаграм»да үҙенең блогын булдырыуына бер йыл да юҡ әле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аккаунтына 69 мең 500 яҙылыусы йәлеп иткән, халыҡ араһында һөйөү яулап өлгөргән иң күңелсәк, иң халыҡсан блогер менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Иң башта үҙең тураһында һөйләһәң...
— Ыста, Гөлнара, һин мине белмәйһеңме ни? Бер класта уҡып, нисә йыл бер парта артында ултырып... Сумкаңдан һорауһыҙ дәфтәрҙәрҙе алып, күпме өйгә эштәрҙе күсерҙем! Оноттоңмо әллә? Әй, үҙең яҙ ҙа ҡуй шунда, — Миләүшә рәхәтләнеп көлөп ала. — Мин Өфөлә тыуғанмын. Ата-әсәйем Әбйәлилдекеләр. Мәктәп йылдарым Хәлилдә, олатай-өләсәйем — Венера һәм Зәкир Ниғмәтуллиндар янында уҙҙы. Уларға ҙур рәхмәтлемен. Минең тормошҡа юмор менән ҡарауым да олатайымдан. Ул бик шаян кеше. Бала саҡта актриса булырға хыялландым. Мәктәп тамамлаған йылда районға Хөрмәтулла Үтәшев, Фидан Ғафаровтар килеп, талантлы йәштәр араһында театраль факультетҡа һайлау үткәрҙе. Шунда үҙемде һынап ҡараным. Миңә тормоштан бер хәлде сәхнәләштерергә ҡуштылар: йәнәһе егетем менән осрашырға тейеш булабыҙ ҙа, ул килмәй һәм мин уны икенсе ҡыҙ менән күрәм. Холҡом киҫкен, тиҙ ҡабыныусан бит инде, оҙаҡ уйлап тормай: «Ҡәбәхәт!» — тип ҡысҡырҙым да, платформалы ауыр ботинкамды сисеп, залға аттым. Жюриҙағы артистар саҡ ситкә янтайып өлгөрҙө. Сәнғәт институтына имтихандарға саҡырҙылар. Ике турҙы үттем, ләкин йыр һәм бейеү буйынса ижади һынауҙан төшөп ҡалдым. Икеһенән дә һәләтем самалы булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, «Сыңрау торна»ны йырлай алманым. Шулай итеп, әртис булыу хыялым тормошҡа ашманы. Дипломым буйынса юрисмын. Ләкин офиста ултырыу бөтөнләй минең булмышым түгел. Күңелһеҙ. Бер төрлөлөк мине тиҙ ялҡыта. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа бер осор балалар баҡсаһында ашнаҡсы ла булып эшләнем. Ваҡытында был һөнәр буйынса уҡып таныҡлыҡ алғайным. Әлеге ваҡытта эшләмәйем. Ып-ысын ғына йорт хужабикәһемен.
— Ғаиләң менән таныштырып үт...
— Беҙ Өфө янындағы Дорогино ауылында йәшәйбеҙ. Иптәшем Альберт — Нуриман районынан. Төҙөлөш буйынса бизнесы бар, уға ярҙамлашам. Азалия исемле ҡыҙыбыҙ 5-се класта уҡый. Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәй. Туғандарға, дуҫтарға ишегебеҙ һәр саҡ асыҡ, йөҙөбөҙ яҡты. Ҡунаҡтарымды тәмле итеп, бигерәк тә шешлектәр ҡурып һыйларға, үҙем дә ныҡ тәмле ашарға, мунса төшөргә яратам. Хәйер, был хаҡта минең видеоларҙы күреп, беләһегеҙ ҙә инде.
— «Башҡорт йорт хужабикәһе» аккаунтын булдырыу идеяһы нисек яралды?
— Мин бошона белмәгән затмын. Шуғалырмы, тормошом күңелле шау-шыуҙан, мажараларҙан тора. Ватсапта «Туғандар» тигән чатыбыҙ бар. Шундағы иң актив ағзаларҙың береһемен. Бәлки, ялҡытып та бөтәмдер туғандарҙы, иллә-мәгәр улай тип үҙемә әйтмәйҙәр. Шул төркөмөбөҙгә көн дә иртәнсәк: «Сәләм бөтәгеҙгә лә! Нимә эшләйһегеҙ? Мин бына шулайттым, былайттым», — тип видео төшөрөп һала торғайным. Бер ваҡыт бер туған ҡустым Рәмил, ул Мәскәүҙә йәшәй: «Апай, ныҡ ҡыҙыҡ төшөрәһең, һинең урының «Инстаграм»да», — тине. Уның кәңәшен тотоп, 1 февралдә ошо төркөмдө башлап ебәрҙем. Тәүҙә минең яҙылыусыларым фәҡәт туғандар һәм дуҫтар ине. Ғөмүмән, уны туғандар өсөн булдырғайным да. Ҙур аудитория йыйырмын, тип һис уйламаным. Бер заман «serle_102» тигән пабликка минең бер видеоны ҡуйғандар. Шунан миңә күпләп, хатта күмәртәләп яҙыла башланылар. Ә былай минең блогер булам тигән маҡсатым бөтөнләй юҡ ине. Үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Комментарийҙар, баһалар төрлөсә инде: кемдер маҡтай, кемдер хурлай тигәндәй...
— Ә ни өсөн «Башҡорт йорт хужабикәһе»? Һин бит хәҙер татар киленеһең? Әлбиттә, шаяртыу был. Шулай ҙа аккаунтыңдың исеме ҡайҙан?
— Әлләсе. Үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Әйттем бит, мин ып-ысын йорт хужабикәһемен. Хатта «Башкирская деревенская домохозяйка» тип атарға теләгәйнем. Баҡтиһәң, «Инстаграм»да улайтып оҙон исемдәр ҡушып булмай икән.
— Ғаиләң, яҡындарың һинең блогерлыҡҡа нисек ҡарай?
— Яҡын туғандарым әллә ни яратып еткермәнеләр, хатта оҡшатманылар. Бик һаҡ ҡарайҙар ине, тәнҡит аша. Һөйләнделәр-һөйләнделәр ҙә, аҙаҡ тынысландылар. Сөнки холҡомдо беләләр: мин барыбер үҙемсә эшләйем. Ҡыҙым миңә һәр яҡтан булышлыҡ итә. Видеоларымда әңгәмәсе ролен дә йыш башҡара. Ә ирем ыңғай ҡарай. Әгәр ҙә Альберттың терәген тоймаһам, минең был блог бөтөнләй булмаҫ ине.
— Миләүшә, ә бит һинең артист булыу теләгең ниндәйҙер кимәлдә бойомға ашҡан түгелме? Һин көн дә иртәнсәк кофе эсә-эсә, тәмле һәм ҡыҙыҡлы итеп, яҙылыусылар ебәргән тарихтарҙы ғына һөйләп ҡалмайһың, ә халыҡ яратып өлгөргән бер нисә образың да бар — өләсәй, әсәй, һуғанбаш, маньяктар, коллекторҙар менән көрәшеүсе, автобисә һәм башҡалар.
— Шулайыраҡ килеп сыға. Бәләкәй генә, бер-ике артислыҡ сәхнәләр төшөрөргә яратам. Образдар, көлкөлө хәлдәр тураһында оҙон-оҙаҡ уйламайым. Улар нисек ҡапыл ярала, шулай уҡ тиҙ генә төшөрөлә лә. Төрлө образдарға инәм, уйнайым, әммә уларҙың һәр береһендә ысын Миләүшәнең берәй һыҙаты сағылмай ҡалмай.
— Театрҙарға саҡырмайҙармы?
— Юҡ, ундай тәҡдим булманы (көлә). Әйткәндәй, билдәле мультиинструменталист һәм артист Зәйнетдиндең саҡырыуы буйынса «Әлифба» клибында төштөм.
— Халыҡ араһында ғына түгел, блогерҙар араһында ла популярлыҡ яулай бараһың...
— Бик үк ныҡ популяр түгелмен. Мин бит был өлкәлә бик йәшмен. Ҡазанда татар блогерында ҡунаҡта булдым. Минең күп яҙылыусыларымды Татарстан халҡы тәшкил итә. Һинең арҡала башҡортса аңлай башланыҡ, тип яҙалар. Иң күп яҙылыусыларым Өфөнән, икенсе урында Ҡазан халҡы, өсөнсөлә — Яр Саллы ҡалаһы. Башҡорт блогерҙары Алтынай Вәлитов, Алмаз Ҡарағолов менән уртаҡ видеоларыбыҙ бар. «БашИнста – 2020» премияһының ике номинацияһында еңеүем өсөн бик шатмын. Иң ҙур баһа — халыҡ һөйөүе. Пандемияға бәйле көсөргәнешле осорҙа кешеләргә позитив өләшеүем менән бәхетлемен. Миңә нәҡ шулайтып яҙалар ҙа.
— Ә нимә ул вайнер? «Йыл вайнеры»нан яуап көтәм...
— Тормоштан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы төшөрөүсе була. Баяғы образдарым һәм улар менән булған хәл-ваҡиғалар шул инде.
— Яңы йылда әбйәлилдәргә нимәләр теләр инең?
— Һаулыҡ, тыныс тормош, бәхет. Тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белегеҙ! Яҡшы кәйеф бөтәгеҙгә лә. Бәхетле булығыҙ, яҡташтар!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА әңгәмәләште.