+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
18 Февраль 2022, 14:15

Сәсеүгә әҙербеҙме?

Баҫыуҙар ҡалын ҡар ҡатламы аҫтында булһа ла, яҙғы эштәргә әҙерлек күптән башланды. «Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә» тигәндәй, сәсеүҙе мәлендә уҙғарыу өсөн алдан хәстәрлек күрергә кәрәк. 

Сәсеүгә әҙербеҙме?
Сәсеүгә әҙербеҙме?

Баҫыуҙар ҡалын ҡар ҡатламы аҫтында булһа ла, яҙғы эштәргә әҙерлек күптән башланды. «Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә» тигәндәй, сәсеүҙе мәлендә уҙғарыу өсөн алдан хәстәрлек күрергә кәрәк. Ҡыштың ҡарлы булыуы игенселәрҙе ҡыуандырмай ҡалмайҙыр. Аграрийҙар йылдың мөһим кампанияһына нисек әҙерләнә — ошо хаҡта район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов менән әңгәмәләштек.

— Ғәлим Наил улы, Урал аръяғы төбәге өсөн уҙған агроконференцияла Әбйәлил сәсеүгә әҙерлек буйынса бөтә күрһәткестәрҙә ыңғай яҡтан билдәләнде. Быйыл яҙ баҫыуҙарға нимә сәсергә планлаштырғанһығыҙ, иң тәүҙә шул хаҡта һөйләп үтһәгеҙ?
— 2022 йылға сәсеү майҙандарының структураһы былтырғынан артыҡ үҙгәрмәйәсәк. Быйылғы уңыш өсөн сәсеү майҙаны 73506 гектар тәшкил итәсәк, шуның иң ҙур өлөшө — 68470 гектарҙа яҙғы культуралар сәселәсәк, был уҙған йылға ҡарата 107 процент. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 41958 гектар (104 процент), техник культураларҙы сәсеү майҙаны 18055 гектар (109 процент) тәшкил итәсәк.
— Был эште уңышлы атҡарып сығыу өсөн аҡса кәрәк. Хужалыҡтар быйыл ниндәйҙер ярҙамға өмөт итә аламы?
—Беҙҙең районда сәсеүҙе үткәреү өсөн 312 миллион һум аҡса талап ителә, былтырғы кимәлдән 15 процентҡа күберәк сығым китәсәк. Яғыулыҡҡа, минераль ашламаларға хаҡтарҙың артыуы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр алдында шундай ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Беҙҙең хужалыҡтар һәм фермерҙар сәсеү эштәренә 92 миллион һумды үҙҙәре ҡаплаясаҡ. Ә бына тағы 220 миллион һум ташламалы кредит һәм субсидиялар иҫәбенә буласаҡ: 189 миллион һумға кредит (йылына 5 процент менән), дәүләт ярҙамы — 30,8 миллион һум (бер гектарға субсидия 13 миллион һум), һатылған игенгә субсидия — 14, 23 миллион һум, һөткә 3,55 миллион һум тәшкил итәсәк.
— Яҙғы баҫыу эштәрен мәлендә башлау һәм ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау өсөн техниканың төҙөк булыуы ла мөһим шарт. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?
— Былтыр район хужалыҡтары техника паркын яңыртыуға өлгәште. Бөтәһе 240 миллион һумлыҡ 77 берәмек техника һатып алынды. Бөгөнгө көнгә ҡарата тракторҙарҙың 72 проценты, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының 83 проценты сәсеүгә әҙер тип баһалана. 1 апрелгә сәсеү эштәрендә ҡатнашҡан бөтә тракторҙар әҙерлек һыҙығына ҡуйыласаҡ.
Техник тикшереү графикка ярашлы уҙғарыла, ул 1 марттан башланасаҡ. 15 апрелгә бөтә хужалыҡтар ҙа дәүләт техосмотры үтергә һәм техниканы файҙаланыуға рөхсәт алырға тейеш. Быйыл сәсеү эштәренә ауыл хужалығы предприятиеларының 96 агрегаты, 16 сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк, был сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Бер агрегатҡа уртаса йөкләмә 510 гектар тәшкил итә, иген культураларын сәсеүҙе ике аҙна эсендә тамамларға иҫәп тотабыҙ.
— Уҙған көҙ уңышы менән ҡыуандырманы. Шул арҡала күп хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә орлоҡ һала алманы. Был проблема нисек хәл ителә?
— Быйылғы сәсеүгә ауыл хужалығы предприятиеларына 10280 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо талап ителә. Орлоҡ фондының булған күләме «Россельхозцентр» һәм «Башҡортостан референт үҙәге» лабораторияларында тикшерелгән. Анализ орлоҡтарҙың шытым күрһәткестәре буйынса ҡәнәғәтләнерлек булыуын асыҡлаған, әммә күпселеге масса критерийына яуап бирмәй. Әлеге ваҡытта орлоҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. «Әбйәлил сорт участкаһы» йәмғиәтендә элиталы орлоҡ бар. Шулай уҡ район хужалыҡтары республиканың, Курган, Силәбе өлкәләренең орлоҡсолоҡ предприятиелары менән яҡшы бәйләнеш булдырған. Сәсеү өсөн етерлек сифатлы орлоҡ тупларбыҙ тип ышанам.
— Хужалыҡтар һәм фермерҙар тағы ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй? Улар алдына ниндәй бурыстар ҡуяһығыҙ?
— Әлеге ваҡытта хужалыҡтар минераль ашламалар туплау буйынса эште башланы. Быйыл 1000 тонна минераль ашлама һатып алырға планлаштырғанбыҙ. Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин итеү көтөлә. Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыу өсөн 800 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары кәрәк. Хужалыҡтар килешеүҙәр төҙөү буйынса эш алып бара.
Быйыл беҙ иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымын 80 мең тоннаға тиклем арттырырға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Бының өсөн уңышты гектарынан 17,9 центнерға тиклем еткерергә кәрәк. Минераль ашламаларҙы етерлек кимәлдә ҡулланыу иҫәбенә быға өлгәшеп буласаҡ. Район хужалыҡтары һәм фермерҙары алдында торған иң мөһим бурыс — яҙғы баҫыу эштәренә етди әҙерлек һәм уны сифатлы үткәреү.
— Ғәлим Наил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: