+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
10 Апрель 2022, 12:10

Халыҡ мәнфәғәтендә

Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәктәренең барлыҡ офистарында «догазификация программаһы» сиктәрендә капиталь төҙөлөш объектын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу тураһында килешеү төҙөүгә халыҡтан алдан ғаризалар һәм документтар ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәктәренең барлыҡ офистарында «догазификация программаһы» сиктәрендә капиталь төҙөлөш объектын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу тураһында килешеү төҙөүгә халыҡтан алдан ғаризалар һәм документтар ҡабул ителә. Ошо хаҡта ентекләберәк күп функциялы үҙәк республика дәүләт автономлы учреждениеһының Әбйәлил районындағы филиалы мөдире Ф. М. Фәттәхов менән әңгәмәбеҙ.

— Флүр Мөхтәр улы, күп функциялы үҙәк офисы аша был хеҙмәттән файҙаланыу өсөн ниндәй документтар тапшырырға кәрәк?
— Белеүебеҙсә, был программа сиктәрендә газ үткән ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ер участкаһына тиклем зәңгәр яғыулыҡ һуҙыу мөмкинлеге бар һәм был эш бушлай башҡарыла. Шулай булғас, әгәр ер участкаһына тиклем газ һуҙырға кәрәк икән, иң элек килешеү төҙөү ниәте тураһында ғариза булырға тейеш, ул күп функциялы үҙәктә тултырыла, ғариза биреүсенең (уның вәкиленең) шәхесен раҫлаусы документы, ИНН, СНИЛС, ғариза биреүсенең шәхси торлаҡ-төҙөлөш объекты урынлашҡан ер участкаһына милек (аренда һәм башҡалар) хоҡуғын раҫлаусы документы йәки ЕГРН-дан яҙыу, ситуация планы, шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектына милек хоҡуғын раҫлаусы документтар (ЕГРН-дан яҙыу) кәрәк буласаҡ. Әгәр догазификацияға ғариза тапшырыу ғариза биреүсенең вәкиле аша эшләнһә, уға ышаныс ҡағыҙы йәки РФ ҡануниәтенә ярашлы, ғариза биреүсенең вәкиленең вәкәләттәрен раҫлаған башҡа документтар күрһәтеүе мөһим. Догазификация сиктәрендә шәхси торлаҡ төҙөлөш объектын тоташтырыу тураһында заявка «Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәте тарафынан ҡарауға алына. Ғариза ҡабул ителгәндән һуң уның хеҙмәткәрҙәре үҙаллы был кеше менән бәйләнешкә сығасаҡ.
— Был мөмкинлекте ҡулланырға теләп мөрәжәғәт итеүселәр күпме?
— Йыл башынан алып догазификация сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә капиталь төҙөлөш объектын тоташтырыу тураһында килешеү төҙөүгә республикабыҙҙың күп функциялы үҙәктәре тарафынан халыҡтан 340 ғариза һәм документтар ҡабул ителде. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, догазификациялауға ғариза биреү процедураһы тураһында консультация алыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн «Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәтенең call-үҙәгенә түбәндәге телефон буйынса шылтырата алаһығыҙ: 8-800-347-88-00. Шулай уҡ компанияның сайты — bashgaz.ru, йәки берҙәм газификация операторы порталы — connectgaz.ru һеҙгә ярҙамға килер. Берҙәм газификация операторы контакт-үҙәгенең бушлай ҡыҙыу линияһына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-101-00-04.
— Күп функциялы үҙәктәрҙә тағы ла ниндәй яңы хеҙмәттәр барлыҡҡа килде?
— «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәр офистарында төбәк биләмәһендә тормошҡа ашырылған көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы саралары тураһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарын мәғлүмәтләштереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Консультацияны «Минең документтарым» күп функциялы үҙәккә шәхси мөрәжәғәт итеп тә, контактүҙәк телефоны йәки учреждениеның рәсми сайтында алырға мөмкин. Хеҙмәт күрһәтеү сиктәрендә үҙ-ара бәйләнеш республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, төбәк менән идара итеү үҙәге, профилле ведомстволар, бизнес-берекмәләр менән берлектә ойошторолған.
Консультация бушлай үткәрелә. Һәр ҡыҙыҡһыныусы эшҡыуар күп функциялы үҙәктең яҡындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала. Артабан анализлау һәм республика кимәлендә һөҙөмтәле дәүләт ярҙамы сараһы күреү маҡсатында барлыҡ һорауҙар ҙа теркәлә бара. Әгәр һорауҙы властың башҡа органдары менән хәл итеү талап ителһә, һорау төбәк менән идара итеү үҙәгенә йүнәлтелә. Ғариза биреүсе күрһәтелгән телефон номерына йәки электрон почтаға мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә уға яуап бирелә.

Автор:
Читайте нас: