Йәй һайын хуш еҫле сәскәләргә күмелгән район үҙәген йәшелләндереүгә ағымдағы йылда айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелде. Үҙәк урамдарҙы һәм төп майҙанды йәмләгән аллы-гөллө ләләләр, петуниялар, рауза гөлдәре дәүере артта ҡалды тиһәк тә хата булмаҫ. Быйыл бында махсус рәүештә ландшафт дизайнерҙары эшләне һәм Асҡарҙың заманса зауыҡлы йөҙөн булдырҙы. Йәшелләндереү һәм, ғөмүмән, район үҙәген төҙөкләндереү буйынса әле барған ҙур эштәр тураһында биләмә башлығы Т. Н. Әғзәмов менән әңгәмәләштек.
— Тәлғәт Наил улы, күркәмлек йәһәтенән электән ал бирмәгән, хатта Рәсәй күләмендә «Иң төҙөк ауыл» конкурсында еңеп сыҡҡан райүҙәктең тағы ла матурайтыуҙың сәбәбе ниҙә, берәй ҙур сара уҙғарыу көтөләме әллә?
— Район үҙәген заман заңына яуап бирерлек итеп үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе менән айырыуса район башлығы Илдар Нафиҡов ныҡ ҡыҙыҡһына. Әбйәлилгә килеүселәрҙә райүҙәк яҡшы тәьҫораттар ҡалдырырға тейеш тигән ҡарашта ул. Сөнки район үҙәгенә ҡарап сит кешеләр тотош район тураһында фекер йөрөтә. Тышҡы йөҙҙөң инвесторҙар йәлеп итеүҙә лә роле ҙур. Районыбыҙҙа республика күләмендәге саралар йыш уҙып тора. Әммә ҡунаҡтар килә лә китә. Матурлыҡ тәү сиратта урындағы халыҡ өсөн булдырыла. Йәм, йәшеллек, сәскәләр аша ошонда йәшәгән кешеләрҙең күңелен иретеп-иркәләүҙән тыш, уларҙа эстетик зауыҡ һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә өлгәшә алһаҡ, «матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән бөйөк һүҙҙәрҙең асылына ирешәсәкбеҙ.
— Быйылғы йәшелләндереү кампанияһына әҙерлек көҙҙән башланды тиһәк тә яңылыш булмаҫ...
— Эйе, уҙған йылдың көҙөндә ҡар яуғансы Асҡар үҙәген төҙөкләндереү буйынса бер нисә йүнәлеште эсенә алған комплекслы ҙур эш дауам итте. Атап әйткәндә, Ленин һәм Шайморатов урамдарында иҫке бордюрҙарҙы аҡтарып урынына граниттан яңылары һалынды. Бер ыңғайы урыны менән юлдар, туҡталҡа урындары киңәйтелде, асфальт япмалары яңыртылды һәм элекке газондар, сәскә клумбалары ла тамырҙан үҙгәреш кисерҙе. Юлды ремонтлау, бордюрҙарҙы алмаштырыу буйынса «Башспецстройматериалы» ЯСЙ-һы (В. М. Заһитов) шөғөлләнһә, Эдуард Ғәтиәтуллиндың төҙөлөш бригадаһы буласаҡ газондарҙың нигеҙен әҙерләне. Һарҡыу яҡҡа ике-өс рәт шлакоблок күтәрҙе, ерҙең кәҫ ҡатламын ҡаҙып алып ҡара тупраҡ һалды, тигеҙләне. Шулай уҡ тротуар менән юл араһында йәшел кәртә ролен үтәгән әллә ҡасанғы тирәктәр төбө-тамыры менән алып ташланды. Дөрөҫөн әйткәндә, йәмһеҙ булып йыуанайған ҡарт ағастар күптән күркен юғалтҡайны. Улар урынына көҙгөһөн Михайловка питомнигынан 21 төп шыршы килтереп ултыртылды.
— Әле йәшелләндереү буйынса ниндәй эштәр башҡарылды?
— Йәшелләндереүгә Магнитогорскиҙан ике подрядсы йәлеп ителде. Көҙҙән әҙерләнгән газондарҙа һуңғы эштәр үткән аҙнала ғына тамамланды. Ландшафт дизайны буйынса шәхси эшҡыуар Елена Даниленконың ойошмаһы үҙҙәре тәҡдим иткән проект буйынса газон үләнен түшәүҙе һәм үҫентеләр ултыртыуҙы башҡарһа, Данил Шепилов етәкселегендәге шәхси йәмғиәт авто һәм тамсылы һыу һибеү системаһы проектын тормошҡа ашырҙы. Субподрядсы булып сығыш яһаған Йәмил Баймырҙиндың төҙөүселәре газондарға һыу һуҙҙы. Дөйөм алғанда 1,5 мең квадрат метрҙа рулонлы үлән түшәлде. Ленин урамы буйлап светофорҙан үҙәк майҙанға тиклемге арауыҡта шар рәүешендәге «илаҡ» ҡайындар ултыртылды. Ағастарҙан тыш ландшафт композицияһын гортензия, спирея үҫентеләре тулыландырҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы алдында йомшаҡ ылыҫлы мәңге йәшел туя ҡыуаҡтары урын алды. Ә район мәҙәниәт йорто янындағы элекке розарийҙа кедр һәм ҡара миләш ағастары барлыҡҡа килде. Тере кәртә итеп мүшмел ҡыуаҡлығы (кизильник) ултыртылды. Быларҙан тыш йәшелләндереүҙә пузыреплодник, хоста кеүек декоратив үҫемлектәр ҙә ҡулланылды.
— Урам буйлап йөрөгән, хатта ара-тирә үҙәк майҙанда күренгеләгән һыйырҙар өсөн «ожмах» булмаһа ярай ҙа был...
— Беҙҙе иң ныҡ хафаландырған мәсьәлә ошо инде. Йәшеллекте малдарҙан тәләфләтергә юл ҡуймаҫҡа тырышасаҡбыҙ. Әммә көнө-төнө күҙ яҙҙырмай һаҡлап та булмай. Шуға күрә мал хужаларын битараф булмаҫҡа саҡырам. Был проектҡа ҙур сығымдар һалынды. Һәм уны юҡҡа сығарырға ярамай. Ауыл эсендә йөрөгән малдарҙы бикләргә, хужаларын штраф һалып тәртипкә өйрәтергә тура киләсәк.
Икенсе яҡтан, кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙарын теләр инем. Газондарҙы тапарға, ғөмүмән, ярамай, ә беҙҙә әле ергә тамыр ебәрергә лә өлгөрмәгән яңы түшәлгән үлән өҫтөнән йөрөүселәр бар. Автомат һыу һибеү системаһының һиптерткестәрен бороп китергә кемдәрҙең ҡулы ҡысый икән? Әйҙәгеҙ, булдырылғандың ҡәҙерен беләйек әле, ауылдаштар!
— Йәй төҙөкләндереү миҙгеле лә. Был йәһәттән райүҙәктә ниндәй эштәр атҡарыла?
— Һуңғы ике йылда «Заманса уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проектын Асҡарға йүнәлттереү үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен бирә башланы ла инде. Былтыр Республика көнөнә Төньяҡ биҫтәлә «Төньяҡ балҡышы» ял һәм мәҙәниәт паркын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Шулай уҡ ошо уҡ проект буйынса «Ҡурай» мәҙәниәт һәм ял паркын булдырыу өсөн йәмәғәт тауыш биреү процедураһын уңышлы үтеп, быйыл котлованды төҙөкләндерә башланыҡ. «Ҡурай» паркы төҙөлөшө бер нисә этапҡа бүленгән. Ошо арала беренсе этапты тамамлап, пляж һәм пикник зоналары асҡарҙар мәнфәғәтенә тапшырыласаҡ, ниһайәт, район үҙәгендә һыу инеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөштө тап ошо йүнәлештә оҫтарған һәм сифатлы эше менән һыналған «Анир» ЯСЙ-һы (Юнир Таһиров, Радмир Ялалов) башҡара. Киләһе йылда парктың үҙәк өлөшөн төҙөкләндереү һәм балалар өсөн ҙур уйын майҙансығы төҙөү күҙаллана. Форсаттан файҙаланып, күптән түгел проекттың икенсе этабы өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡан граждандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һәм йәнә лә ошо парктар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, килер быуындарға ла ҡалһын өсөн ипле мөғәмәлә кәрәклеген иҫегеҙгә төшөрәм. Юғиһә, «Төньяҡ балҡышы» паркында арт-объектты яҡтыртыусы төҫлө диодлы таҫмаларҙы ысҡындырып алыуҙары бер нисек тә башҡа һыймай. Һүҙ барған әлеге паркта ошо көндәрҙә яңы баскетбол щиттары урынлаштырҙыҡ. Уларҙы ҡуйыуҙа һәр ваҡыттағыса тоғро партнерыбыҙ — спорт фанаттары булған Ласын Усманов етәкләгән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе егеттәре ярҙам итте, рәхмәт уларға.
Ғөмүмән, райүҙәктең йөҙө заман талаптарына яраҡлы төҫ ала бара. Әлбиттә, проблемалар ҙа етерлек. Айырыуса биҫтәләрҙә хәл итәһе социаль-инфраструктура мәсьәләләре күп әле. Шуларҙың береһе — юлдар. Көнсығыш-2 биҫтәһе халҡы йыйындарҙа күтәргән һорау буйынса Туғай урамында, ниһайәт, яҡшы юл буласаҡ, бында бер саҡрым арауыҡҡа асфальт түшәлә. Тендерҙы отҡан «Башспецстройматериалы» ЯСЙ-һы техникаһы әлеге ваҡытта ҡырсынташ түшәп юлдың нигеҙен әҙерләү менән мәшғүл.
Быйыл арыу уҡ иғтибар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы үткән Дауыт ауылына йүнәлтелде. Үҙәк урамда — 700, Мәктәп урамында 300 метр юл ипкә килтерелде.
Ауыл биләмәһе буйынса сүп-сар контейнерҙары ремонтланды һәм уларҙың буяуҙары яңыртылды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса алынған аҡса контейнер майҙансыҡтары төҙөүгә тотонолдо. Быларҙан тыш ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан башҡа бик күп көндәлек мәсьәләләр, ваҡ мәшә-ҡәттәр ваҡытында хәл ителеп, үтәлеп килә.
Райүҙәкте төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлгән район хакимиәтенең һәм быны даими рәүештә күҙ уңында тотҡан башлыҡ Илдар Таһир улының ярҙамын һәм терәген тойоу киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерә. Яҡын киләсәктә Шайморатов урамын төҙөкләндереү планға алынған. Атап әйткәндә, Пенсия фонды мөйөшөнән мәсеткә тиклем арауыҡта аллеяны төҙөкләндереү тураһында уйлайбыҙ, унан сират Учалы урамы киҫелешенән Р. Дәүләтов урамына тиклемге дауамына етер, тигән яҡты ниәттәмен.