-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
28 Май 2023, 12:05

Эшҡыуарлыҡ йүнселдәрҙе һәм тәүәккәлдәрҙе ярата

Районда эшҡыуарлыҡ үҫеше, уның өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев менән әңгәмәләштек.

Эшҡыуарлыҡ йүнселдәрҙе һәм тәүәккәлдәрҙе ярата
Эшҡыуарлыҡ йүнселдәрҙе һәм тәүәккәлдәрҙе ярата

«Аҡса етмәгәс, мин аҡса эшләргә йүгермәнем, уйларға ултырҙым. Идея — донъялағы иң ҡиммәтле тауар» тигән компьютер техникаһы, гаджеттар һәм программа тәьминәте етештереү өлкәһендә алдынғы урындарҙы биләгән Apple компанияһын уйлап табыусы Стив Джобс. Ысынлап та, һәр саҡ идеялар менән янып йәшәгән, яңылыҡҡа ынтылған, даими эҙләнеүгән, төрлө яҡлап үҙен һынап ҡарарға, аҡса эшләү өсөн төрлө юлдарҙы табырға тырышҡандар үҙ эшен асыу маҡсаты менән йәшәй, эшләй һәм ниәтенә ирешә лә. Районда эшҡыуарлыҡ үҫеше, уның өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев менән әңгәмәләштек.

— Артур Раил улы, районда эшҡыуарлыҡ торошо ниндәй хәлдә?
— Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан 1050 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ сәбъекттары эшләй (йыл башына 991 булып, бөгөнгә 59 берәмеккә артҡан), шуларҙың береһе урта предприятие, 277 микроойошма, 772 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Теркәлгән эшҡыуарлыҡ субъекттарының 40 проценты сауҙа өлкәһендә мәшғүл. Тағы ла район ваҡлап һатыу сауҙаһының ярайһы уҡ юғары үҫеш кимәле менән айырыла. Беҙҙә 305 сауҙа предприятиеһы иҫәпләнә, шул иҫәптән 275 магазин, 9 сауҙа комплексы бар. Сауҙа предприятиелары менән бер рәттән йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары ла үҫешә. Районда 44 дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса район республикала тәүге өсәү иҫәбендә.
— Үҙмәшғүлдәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?
— 2020 йылдан башлап район иҡтисадына өйҙә һөнәри эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән физик шәхестәрҙе йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Үҙмәшғүлдәр башлыса бөҙрәхана хеҙмәттәре, үҙ продукцияһын һатыу, тегеү производствоһы тармаҡтарында мәшғүл. Улар үҙ-үҙҙәренә эшләй, килемдең һалымын 4-6 процент ҡына түләй, хеҙмәткәрҙәр ялламай, страховка иғәнәләрен түләмәй һәм отчет бирмәй. Бөгөнгө көндә район биләмәһендә 1853 үҙмәшғүл теркәлгән.
— Районда үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн ниндәй программалар эшләй?
— Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүҙе дәртләндереү маҡсатында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү» муниципаль программаһы тормошҡа ашырыла. Һуңғы дүрт йылда муниципаль программа сиктәрендә 14 миллион һумға яҡын суммаға 42 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты финанс ярҙамы алды. Шул иҫәптән 2022 йылда 1710 мең һумлыҡ 6 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия бирелде. Бынан тыш, төбәк һәм федераль кимәлдә социаль эшҡыуарлыҡҡа, 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға, туристик бизнесҡа, «Агростартап» ҡа ярҙам итеү буйынса программалар, Рәсәй банкынан бизнесҡа ярҙам итеү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
— Уҙған йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ниндәй бизнес-проекттар ҡаралды?
— «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 42 кәңәшмә үткәрелде, уларҙа 59 бизнес-проект (23-ө ауыл хужалығы, 6-һы төҙөлөш, 9-ы етештереү, 14-е туризм, 7-е халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса) ҡаралды. Эшҡыуарҙарҙы, нигеҙҙә, ер участкаларын ҡуртымға алыу, биналарҙы электр һәм газ тоташтырыу, биналарҙы ҡуртымға алыу, финанс ярҙамы алыу кеүек мөһим мәсьәләләр борсой. Тәҡдим ителгән бөтә проекттар тормошҡа ашырыу стадияһында, уларҙы эшҡыуарҙың бизнес проектында күрһәтелгән ваҡытҡа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Әйткәндәй, «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға теләүселәр район хакимиәтенең иҡтисад бүлегендә йәки (834772) 2-03-35 телефоны буйынса яҙыла ала.
— Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарыла?
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса урам сауҙаһы урындарын төҙөкләндереү бара, мәҫәлән, Асҡар, Байым һәм Таштимер ауыл биләмәләрендә һатыу итеү урындары булдырылды. Был эш артабан дауам ителәсәк.
— Эшҡыуарҙарҙың йәмғиәттәге эшмәкәрлеге хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ?
— Эшҡыуарҙарҙың райондың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмауы ҡыуаныслы. Улар ауыл, район Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары булараҡ, ауылдарҙа һәм район кимәлендә үткәрелгән бөтә сараларҙың даими бағыусылары булып тора. Бигерәк тә Украинала барған махсус операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуға һәр эшҡыуар хәленән килгәнсе ярҙам ҡулын һуҙа.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: